БР ДЙ – Ҡ эшмәкәрлеге тураһында

Башҡортостан Республикаһының вәкиллекле власы –Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай – дәүләт власының иң юғары һәм берҙән-бер закондар сығарыу (вәкиллекле) органы. Ул 110 депутаттан тора. Тауыш биреү көнөнә 21 йәше тулған һәм һайлау хоҡуғына эйә булған Рәсәй Федерацияһы гражданы депутат булып һайлана ала. Һайлауҙар йәшерен тауыш биреү юлы менән дөйөм тиң һәм тура һайлау хоҡуғы нигеҙендә үткәрелә. Һайлау кампанияһын үткәреү тәртибе Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлауҙар тураһындағы закон тарафынан билдәләнә. Депутаттарҙың статусы федераль закондар, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы һәм Башҡортостан Республикаһы закондары тарафынан билдәләнә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, әгәр уның составына депутаттарҙың билдәләнгән һанының кәмендә өстән ике өлөшө һайланһа, тулы хоҡуҡлы була. Закондар сығарыу органының вәкәләттәрен башҡарыуҙы профессиональ даими нигеҙҙә 22 кеше тәьмин итә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай эшмәкәрлеге Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына һәм закондарына, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына һәм закондарына, уның Регламентына һәм башҡа юридик акттарға ярашлы тормошҡа ашырыла. Парламенттың, уның Президиумының, даими комитеттарының, комиссияларының компетенцияһы, эшмәкәрлеге һәм уларҙы ойоштороу тәртибе «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законы һәм Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы һәм закондары, башҡа юридик акттар тарафынан билдәләнә.

Ултырыштар – парламент эшенең төп формаһы. Әгәр ултырышта һайланған депутаттарҙың кәм тигәндә 50 проценты ҡатнашһа, ул тулы хоҡуҡлы тип иҫәпләнә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, даими комитеттар һәм комиссиялар ултырыштарға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ағзаларын, республика башҡарма власть органдары етәкселәрен, федераль башҡарма власть органдарының территориаль органдары етәкселәрен саҡырыу хоҡуғына эйә.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, уның даими комитеттары закондар сығарыу башланғысы субъекттары булып тора. Ошо уҡ хоҡуҡҡа Башҡортостан Республикаһы Башлығы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Профсоюздар федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы Прокуроры, урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары эйә.

Республика дәүләт власының закондар сығарыусы органы вәкәләттәренә Конституцияны ҡабул итеү, уға үҙгәрештәр индереү, компетенцияһы сиктәрендә закондар сығарыуҙы көйләүҙе тормошҡа ашырыу, закондарға аңлатма биреү һәм уларҙың үтәлешен контролдә тотоу инә. Дәүләт Йыйылыш тарафынан Башҡортостанды социаль-иҡтисади үҫтереү программалары, бюджет һәм уны тормошҡа ашырыу тураһындағы отчет, Башҡортостан Республикаһының килешеүҙәрен төҙөү һәм уларҙы өҙөү раҫлана, административ-территориаль ҡоролош һәм уны үҙгәртеү тәртибе, һалымдар һәм йыйымдар, дәүләт милке менән идара итеү һәм эш итеү тәртибе билдәләнә.

Депутаттар тарафынан закон проекттары һәм уларҙы әҙерләү тураһындағы тәҡдимдәр индерелә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һайлап ҡуйыла торған вазифаларына кандидаттар тәҡдим ителә, закондар сығарыусы органдың, уның даими комитеттарының, комиссияларының ултырыштарына дәүләт власы органдарының вазифалы кешеләрен саҡырыу тураһындағы мәсьәлә ҡуйыла, шулай уҡ ҡануниәт тарафынан билдәләнгән башҡа ғәмәлдәр тормошҡа ашырыла. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан республика референдумын һәм депутаттар һайлауҙарын үткәреү датаһы тәғәйенләнә, уларҙың тәртибе билдәләнә.

Парламент үҙенең компетенцияһы сиктәрендә булған кадрҙар мәсьәләләрен хәл итеүҙә ҡатнаша, билдәләнгән тәртиптә башҡарма һәм суд власы органдары менән үҙ-ара эшмәкәрлек булдыра, Дәүләт Думаһында закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғын тормошҡа ашыра, парламент тикшереүҙәрен һәм парламент тыңлауҙарын үткәрә.

Закондар сығарыусы орган йәшерен тауыш биреү юлы менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесен һайлай. Рәйес депутаттарҙың билдәләнгән һанының күпселек тауышы менән һайлана һәм үҙ вәкәләттәрен профессиональ нигеҙҙә тормошҡа ашыра. Рәйес вәкәләттәренә закондар сығарыусы органдың һәм Президиумдың ултырыштарын алып барыу, уларҙың эшмәкәрлегенең эске тәртибе мәсьәләләрен хәл итеү, Дәүләт Йыйылышы Секретариаты эшмәкәрлеге менән дөйөм етәкселек итеүҙе тормошҡа ашырыу инә. Ул закон проектын әҙерләү өсөн яуаплы комитетты һәм кәрәк булғанда ярҙамсы комитетты тәғәйенләй, закон проектын тикшереүҙе ойоштора, баһаламаларҙы, тәҡдимдәрҙе һәм иҫкәрмәләрҙе әҙерләү сроктарын билдәләй. Етерлек хоҡуҡи нигеҙҙәр булған осраҡта билдәләнгән тәртиптә закон проектын закондар сығарыу башланғысы хоҡуғы субъектына кире ҡайтара. Рәйес федераль дәүләт власы органдары, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт берләшмәләре, башҡа ойошмалар һәм вазифалы кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙә Дәүләт Йыйылышы исеменән эш итә, ҡабул ителгән закондарҙы уларға ҡул ҡуйыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығына ебәрә.

Рәйес урынбаҫары Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесенең ҡушыуы буйынса вәкәләттәрҙе тормошҡа ашыра һәм ул булмаған саҡта йәки ул үҙ бурыстарын тормошҡа ашыра алмағанда уның вазифаһын башҡара.

Закондар сығарыу органының төп структура бүлексәләре булып Президиум, даими комитеттар һәм комиссиялар тора. Уларҙы формалаштырыу һәм уларҙың эшмәкәрлек тәртибе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Регламенты һәм уның даими комитеттары һәм комиссиялары тураһындағы положениелар тарафынан билдәләнә.

Президиум – үҙ эшмәкәрлегендә Дәүләт Йыйылышына отчет биреүсе даими эшләүсе орган. Ул ойоштороу мәсьәләләрен әҙерләү һәм алдан тикшереү, ҡануниәт тарафынан күҙҙә тотолған башҡа вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн ойошторола. Уның составына Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, уның урынбаҫары, даими комитеттарҙың рәйестәре инә.

Комитет үҙ ҡарамағындағы закон проекттарын әҙерләүҙе һәм алдан тикшереүҙе, улар буйынса һығымталар төҙөүҙе алып бара. Билдәләнгән тәртиптә парламент тыңлауҙарында һәм тикшереүҙәрендә ҡатнаша, норматив хоҡуҡи акттарҙың үтәлешенә контролде тормошҡа ашыра, уның ҡарамағындағы ойоштороу буйынса һәм башҡа мәсьәләләрҙе тикшерә. Комитеттың эшмәкәрлеге үҙ вәкәләттәрен профессиональ нигеҙҙә тормошҡа ашырыусы рәйес тарафынан көйләнә.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай функцияларын тормошҡа ашырыуҙа фракциялар һәм депутат төркөмдәре мөһим роль уйнай. Фракциялар партия исемлектәре буйынса һайланыусы депутаттар тарафынан ойошторола. Уларға шулай уҡ бер мандатлы һайлау округтары буйынса һайланыусы депутаттар инә ала. Фракцияларға инмәгән депутаттар депутат төркөмдәрен барлыҡҡа килтерә. Фракцияларҙың һәм депутат төркөмдәренең, комитеттарҙың, комиссияларҙың һәм Президиумдың эше Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың вәкиллекле һәм закондар сығарыу эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуҙы, уның ҡарарҙарын әҙерләүҙе һәм ҡабул итеүҙе тәьмин итә. Улар закондарға, ҡарарҙарға, мөрәжәғәттәргә, ғаризаларға һәм декларацияларға бүленә.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан эште алып барыу һәм ҡарарҙарҙы ҡабул итеү тәртибе билдәләнгән. Конституция, уға үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһындағы Башҡортостан Республикаһы закондары депутаттарҙың билдәләнгән һанынан кәм тигәндә өстән ике өлөшө ыңғай тауыш биргән осраҡта ҡабул ителә. Башҡортостан Республикаһы законы, әгәр федераль закон тарафынан башҡаһы күҙҙә тотолмаһа, депутаттарҙың билдәләнгән һанының ябай күпселек тауышы менән ҡабул ителә. Закон проекты кәм тигәндә ике уҡыуҙа ҡарала. Уны ҡабул итеү йәки кире ҡағыу тураһындағы ҡарар Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарары тарафынан рәсмиләштерелә. Ҡарарҙар, әгәр федераль закон тарафынан башҡаһы күҙҙә тотолмаһа, һайланған депутаттар һанының күпселек тауышы менән ҡабул ителә. Мөрәжәғәттәрҙе, ғаризаларҙы, декларацияларҙы ҡабул итеү тураһындағы ҡарарҙар Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарарҙары тарафынан рәсмиләштерелә.

"