Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе

ТОЛКАЧЕВ Константин Борисович 

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – берҙәм республика һайлау округы буйынса депутаты, «БЕРҘӘМ РӘСӘЙ» бөтә Рәсәй сәйәси фирҡәһе.

1953 йылдың 1 мартында Кемерово өлкәһенең Новокузнецк ҡалаһында тыуа, рус. Юғары белемле – СССР Эске эштәр министрлығының Рязань юғары мәктәбен, ошо уҡ министрлыҡтың Академияһын тамамлай. Эске эштәр хеҙмәтенең отставкалағы генерал-майоры. Юридик фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһы Юридик фәндәр академияһының ғәмәлдәге ағзаһы.

Хеҙмәт юлын 1970 йылда Кузнецк металлургия комбинатында торбалар йәбештереүсе ярҙамсыһы булып башлай. 1971 йылдан 1973 йылға тиклем Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. 1977–1996 йылда Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы системаһында етәксе вазифаларҙы биләй. 1996 йылда Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институты начальнигы итеп тәғәйенләнә.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың икенсе – бишенсе саҡырылыш депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе итеп һайлана. 1999–2001 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында Конституция ҡануниәте комитеты ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһы Закондар сығарыусылар Советы ағзаһы, Милли именлекте һәм коррупцияға ҡаршы көрәште закондар йәһәтенән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе. Рәсәй Федерацияһы Волга буйы федераль округы субъекттарының дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) органдары Ассоциацияһы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Ярлыҡау мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе. “БЕРҘӘМ РӘСӘЙ” бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе төбәк сәйәси советы Секретары. Дөйөм Рәсәй кикбоксинг федерацияһы президенты.

Почет, Дуҫлыҡ, «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн», Салауат Юлаев ордендары, егерме миҙал, күкрәккә таға торған билдәләр, исемле ҡорал менән бүләкләнә. Рәсәй Федерациһы Эске эштәр министрлығының почетлы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.

«БЕРҘӘМ РӘСӘЙ» бөтә Рәсәй сәйәси фирҡәһе фракцияһы ағзаһы.

Өйләнгән, ҡыҙы бар.

"