Парламент етәкселәре

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың берҙәм республика һайлау округы буйынса депутаты, «БЕРҘӘМ РӘСӘЙ» Бөтә Рәсәй сәйәси фирҡәһе.

1953 йылдың 1 мартында Кемерово өлкәһенең Новокузнецк ҡалаһында тыуа, рус. Юғары белемле – СССР Эске эштәр министрлығының Рязань юғары мәктәбен, ошо уҡ министрлыҡтың Академияһын тамамлай. Эске эштәр хеҙмәтенең отставкалағы генерал-майоры. Юридик фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһы Юридик фәндәр академияһының ғәмәлдәге ағзаһы. 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәттәр авторы.

Хеҙмәт юлын 1970 йылда Кузнецк металлургия комбинатында торбалар йәбештереүсе ярҙамсыһы булып башлай. 1971 йылдан 1973 йылға тиклем Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. 1977– 1996 йылда Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы системаһында етәксе вазифаларҙы биләй. 1996 йылда Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институты начальнигы итеп тәғәйенләнә.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың икенсе – бишенсе саҡырылыш депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе итеп һайлана. 1999–2001 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында Конституция закондары буйынса комитет ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы ҡарамағындағы Закондар сығарыусылар Советы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы ҡарамағындағы Закондар сығарыусылар Советының Милли именлекте һәм коррупцияға ҡаршы көрәште закондар йәһәтенән тәьмин итеү буйынса комиссияһы рәйесе. Рәсәй Федерацияһы Волга буйы федераль округы субъекттарының дәүләт власының закондар сығарыусы (вәкиллекле) органдары Ассоциацияһы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Башлығы эргәһендәге Ярлыҡау мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе. Башҡортостан Республикаһының Президент Советы ағзаһы. «БЕРҘӘМ РӘСӘЙ» бөтә Рәсәй сәйәси фирҡәһенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе төбәк сәйәси советы секретары. Бөтә Рәсәй кикбоксинг федерацияһы Президенты.

Почет, Дуҫлыҡ, «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн», Салауат Юлаев, егерме миҙал, күкрәккә таға торған билдәләр, исемле ҡорал менән бүләкләнә. Рәсәй Федерациһы Эске эштәр министрлығының почетлы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.

«БЕРҘӘМ РӘСӘЙ» Бөтә Рәсәй сәйәси фирҡәһе ағзаһы. Өйләнгән. Ҡыҙы бар.

1938 йылдың 1 мартында Шишмә районының Боголюбовка ауылында тыуа. Юғары белемле - Өфө авиация институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1956 йылда Өфө электромеханика техникумын тамамлағандан һуң Өфө электр шәмдәре заводында көйләүсе булып башлай.

1957-1960 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. Унан һуң электр шәмдәре заводында мастер булып эшләй.

1963-1975 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Орджоникидзе районы комитеты, Өфө авиация институты комсомол комитеты секретары, КПСС-тың Өфө ҡала комитеты ойоштороу бүлеге инструкторы, Өфө электр шәмдәре заводының партия комитеты секретары булып эшләй.

1975 йылдан алып 1980 йылға тиклем – партияның Орджоникидзе район комитеты секретары, КПСС-тың Өфө ҡала комитеты пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире.

1980-1991 йылдарҙа – баш ҡаланың Киров район Советы башҡарма комитетының, Өфө ҡала Советы башҡарма комитетының рәйесе.

1992 йылдан алып – халыҡ депутаттарының Өфө ҡала Советы рәйесе - Өфө ҡалаһы мэры. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының ун икенсе саҡырылыш халыҡ депутаты булып һайлана.

1995 йылдың 21 мартында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың беренсе ултырышында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Рәйесе итеп һайлана.

СССР миҙалдары, БАССР Юғары Советының һәм Башҡортостан Республикаһының, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы Почет грамоталары менән бүләкләнгән.

Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре.

Өйләнгән, ғаиләһендә ҡыҙы бар.  

1940 йылдың 23 майында Башҡортостандың Өфө районы Булгаков ауылында тыуа. Юғары белемле – Силәбе политехник институтын тамамлай.

1957-1960 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. Хеҙмәт юлын Силәбе политехник институтын тамамлағандан һуң 1965 йылда ПТО инженеры сифатында башлай. Башҡортостан автомобилдәр идараһының 2-се һанлы Өфө йөк автомобилдәре хужалығы баш инженеры булып эшләй.

1968 йылдан алып төҙөлөш тресында транспорт эшен ойоштороу бүлеге башлығы вазифаһын атҡара. 1969-1970 йылдарҙа - «Башкирстройтранс» тресының 1-се һанлы автомобилдәр базаһында баш инженер.

1970-1975 йылдарҙа - КПСС-тың Өфө ҡала комитеты сәнәғәт-транспорт бүлегендә инструктор, 1975-1887 йылдарҙа КПСС-тың Өфө ҡалаһы Киров район комитетының икенсе секретары вазифаһын башҡара. 1987 йылда Киров районы Советы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары булып эшкә күсерелә, аҙаҡ уның рәйесе булып 1990 йылға тиклем эшләй.

1990-1994 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесенең беренсе урныбаҫары. 1994 йылдан 1995 йылға тиклем – Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе вазифаһын башҡарыусы, Юғары Совет Рәйесе, Юғары Совет Президиумы рәйесе.

«Почет билдәһе» ордены, миҙал менән бүләкләнә.

1934 йылдың 7 февралендә Башҡортостандың Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында тыуған. Юғары белемле: Өфө нефть институтын тамамлай. 1956 йылда Өфө нефть техникумын тамамлағандан һуң Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор булып эшләй. 1960-1976 йылдарҙа КПСС-тың XXII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводында ҡоролма начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары, производство начальнигы урынбаҫары, баш инженерҙың яңы производстволар ҡороу һәм сафҡа индереү буйынса урынбаҫары булып эшләй. 1976–1978 йылдарҙа – баш химик – баш инженерҙың урынбаҫары, 1978–1986 йылдарҙа – баш инженер, 1986–1990 йылдарҙа завод директоры булып эшләй.

1990–1993 йылдарҙа М.Ғ. Рәхимов – Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе. 1993 йылдың 12 декабрендә бөтә халыҡ тарафынан Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты итеп һайлана.

1998 йылдың 4 июнендә Башҡортостан Республикаһының Президенты итеп – икенсе тапҡыр, 2003 йылдың 21 декабрендә өсөнсө тапҡыр һайлана. 2006 йылдың 10 октябрендә Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путин тәҡдиме менән Башҡортостан Ресубликаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары М.Ғ. Рәхимовҡа Башҡортостан Республикаһы Президенты вәкәләттәрен йөкмәтә.

СССР-ҙың, Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты, Өфө ҡала Советы депутаты булып һайлана. СССР Юғары Советы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы, Халыҡ депутаттарының Өфө ҡала Советы башҡарма комитеты ағзаһы вазифаһын башҡара.

М.Ғ. Рәхимов «Почет Билдәһе» (1980), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), Халыҡтар дуҫлығы (1994), 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (1999), «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2000), В.Н. Татищев исемендәге «Ватанға файҙа өсөн» (Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы, 2002), Бөйөк Петр («Замандың иң яҡшы менеджерҙары» йәмәғәтселек фонды, 2002), «Тышҡы сауҙалағы хеҙмәттәре өсөн» (Бельгия короллеге), «Салауат Юлаев» (2004) ордендары һәм башҡа Почет грамоталары менән бүләкләнә.

1922 йылдың 15 октябрендә Башҡортостандың Йылайыр районы, хәҙерге Ейәнсура районы Байдәүләт ауылында тыуа.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия инситутын (1956), КПСС Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһын (1962) тамамлай. 1939-1946 йылдарҙа бер-нисә тапҡыр Ейәнсура районы мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй.

1946-1958 йылдарҙа партия һәм комсомол эшмәкәрлеге менән мәшғүл була.

1962 йылдан алып Бөрө дәүләт педагогия институты ректоры вазифаһын атҡара.

1963 йылдан алып КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары булып эшләй. 1967-1990 йылдарҙа – БАССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе.

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1988), Ҡыҙыл Йондоҙ (1966), Халыҡтар дуҫлығы (1982), «Почет билдәһе» (1966) ордендары менән бүләкләнә.

1913 йылдың 10 октябрендә Өфө губернаһының Златоуст өйәҙе, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Сөләймән ауылында тыуған. Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1939 йылдан алып ВКП(б) ағзаһы. Башҡорт юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбен тамамлай.

Башкомвуз уҡытыусыһы (1935-1937), өлкә политпросветмәктәп (1939), Темәс башҡорт педагогия училищеһы директоры (1943-1945) булып эшләй.

1950-1967 йылдарҙа БАССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе вазифаһын атҡара.

СССР Юғары Советы депутаты (1950-1966), РСФСР Юғары Советы депутаты (1955-1959, 1963-1967) булып һайлана.

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1963), «Почет Билдәһе» (1949), Ҡыҙыл Йондоҙ (1940) ордендары менән бүләкләнә.

1911 йылдың 22 мартында Башҡортостан Республикаһы Архангель районы Туҡмалы ауылында тыуған. Куйбышев план-иҡтисад институтын тамамлай (1935). 1938 йылдан алып ВКП(б) ағзаһы.

Хеҙмәт юлын 1935 йылда Куйбышев план-иҡтисад институтын тамамлағандан һуң башлай. 1938 йылға тиклем БАССР Дәүләт план комитетының төркөм, район планлаштырыу секторы башлығы булып эшләй.

1938-1942 йылдарҙа БАССР Дәүләт план комитетының рәйес урынбаҫары, аҙаҡ рәйес вазифаларын атҡара.

1942-1946 йылдарҙа БАССР Халыҡ комиссарҙары советының рәйес урынбаҫары булып эшләй.

1946-1950 йылдарҙа – БАССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе.

1950-1952 йылдарҙа Өфө нефть ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. 1952-1958 йылдарҙа - БАССР Дәүләт план комитетының Рәйесе. 1958 йылда БАССР Министрҙар советы Рәйесе урынбаҫары вазифаһына күсерелә.

Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, ике миҙал менән бүләкләнгән.

1904 йылдың 15 авгусында Ырымбур өлкәһе Орск өйәҙе Үҫәргән волосының Этҡол ауылы, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Юлдаш ауылында тыуған. 1930 йылдан алып ВКП(б) ағзаһы.

Ҡазан ҡалаһында Татар Үҙәк башҡарма комитеты исемендәге берләштерелгән татар-башҡорт хәрби мәктәбен тамамлаған (1929).

1929-1937 йылдарҙа Стәрлетамаҡта һәм Бәләбәйҙә взвод, рота, батальон командиры, полк командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә.

1937-1938 йылдарҙа БАССР Үҙәк башҡарма комитеты Рәйесе вазифаһын башҡарыусы була.

1938-1946 йылдарҙа БАССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе, 1946-1953 йылдарҙа БАССР-ҙың Аҙыҡ-түлек сәнәғәте министры булып эшләй.

Башҡорт кавалерия дивизияһын төҙөүселәрҙең береһе. СССР Юғары Советы депутаты (1937-1946), РСФСР Юғары Советы депутаты (1938-1947), БАССР Юғары Советы депутаты (1938-1951).

Ленин (1944), «Почет билдәһе» (1949), Ҡыҙыл Йондоҙ (1936) ордендары менән бүләкләнгән.

1890 йылдың 25 октябрендә Һамар губернаһының Бөгөлмә өйәҙе, хәҙерге Татарстан Республикаһының Әлмәт районы Абдрахман ауылында тыуған.

Күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт яҙыусыһы.

Ҡазан һәм Ырымбур ҡалаларында мәҙрәсәлә белем ала. 1911-1917 йылдарҙа армия сафтарында хеҙмәт итә.

1922-1925 йылдарҙа Урта Азияла Совет власы урынлаштырыу өсөн көрәштә ҡатнаша.

Мәскәү ҡалаһында Коммунистик академия ҡарамағындағы курстарҙы тамамлағандан һуң (1927) РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты партия коллегияһы секретары вазифаһын башҡара.

1931-1937 йылдарҙа БашЦИК Рәйесе, БАССР Яҙыусылар союзы рәйесе булып эшләй.

1937 йылда репрессиялана, 1956 йылда аҡлана.

1888 йылдың 15 октябрендә Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙенең, хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Һәлей (Көҙәш) ауылында тыуған. Күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1919 йылдан алып ВКП(б) ағзаһы.

Ҡазан ҡалаһында «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый, революцион хәрәкәттә ҡатнашыуы сәбәпле уҡыуын ҡалдырырға мәжбүр була.

1909 -1917 йылдарҙа армия сафтарында хәрби хеҙмәттә була.

1917 йылдың октябренән һуң Башҡортостан автономияһы өсөн йәйелгән милли хәрәкәттә ҡатнаша.

1919-1921 йылдарҙа Арғаяш кантонының хәрби комиссары, кантон идараһы рәйесе вазифаларын башҡара.

1922-1929 йылдарҙа БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты Рәйесе булып эшләй. Латин графикаһы нигеҙендә яңы башҡорт алфавитын төҙөүҙә ҡатнаша.

1929-1937 йылдарҙа СССР Үҙәк башҡарма комитеты аппаратында эшләй, «Совет власы» нәшриәтендә яуаплы вазифаларҙы башҡара.

1937 йылда репрессияға дусар була, 1957 йылда аҡлана.

1899 йылдың 19 февралендә Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Мөхәмәтҡолой волосы, хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Ҡуйһары ауылында тыуа.

1919 йылдың февраленән алып июнь айына тиклем Колчак армияһына мобилизацияланып хеҙмт итә. Ошо уҡ йылдың авгусынан алып 1922 йылдың апреленә тиклем Ҡыҙыл Армия сафтарында хәрби хеҙмәттә була.

1922-1924 йылдарҙа ауыл советы рәйесе, 1924 йылдан алып 1926 йылға тиклем волость башҡарма комитеты рәйесе вазифаларын башҡара.

1926-1928 йылдарҙа Арғаяш кантоны башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, кантон комитеты административ бүлеге мөдире вазифаларын атҡара.

1929 йылдан 1931 йылға тиклем БашЦИК Рәйесе, 1933-1937 йылдарҙа Йомағужа МТС-ы сәйәси бүлеге мөдире булып эшләй.

ВКП(б) Үҙәк комитетының партия хеҙмәткәрҙәре курстарында (1928-1929), Мәскәү ҡалаһында Социалистик ер эшкәртеү академияһының малсылыҡ факультетында (1931-1933) белем ала.  

1896 йылдың 9 октябрендә Өфө губернаһының Бесәнсе ауылында, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин ауылында тыуған.

Башҡортостанда Совет власы урынлаштырыу өсөн көрәштең етәкселәренең береһе. Күренекле партия һәм дәүләт эшмәкәре. Һул эсерҙар партияһының ағзаһы (1917 йылдың майы – 1918 йылдың март айы), 1918 йылдан бирле РКП(б) ағзаһы.

1917-1919 йылдарҙа Өфө губерна башҡарма комитеты, Стәрлетамаҡ нығытылған районының Революцион хәрби советы ағзаһы.

Өфө ҡалаһын аҡ гвардиясыларҙан азат иткәндән һуң губернаның революцион ваҡытлыса комитеты ағзаһы, Бөрйән-Түңгәүер кантоны башҡарма комитеты рәйесе, РКП(б)-ның кантон комитеты секретары була.

1921-1922 йылдарҙа БашЦИК Рәйесе, РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары, эске эштәр халыҡ комиссары, БАССР Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе урынбаҫары, СССР Үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы вазифаларын башҡара. Башҡорт телен ғәмәлгә индереү буйынса комиссияны етәкләй.

1917-1924 йылдарҙа ваҡытлыса матбуғатта хикәйәләр, шиғырҙар, публицистик мәҡәләләр һәм мемуарҙар теҙмәһе донъя күрә. Уларҙа Февраль һәм Октябрь революциялары, граждандар һуғышы һәм һуғыш эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн көрәш ваҡиғалары һүрәтләнә.

Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1921). Уның иҫтәлегенә Өфө ҡалаһында һәйкәл (1981), мемориаль таҡта ҡуйылған (1949). Исеме менән ул тыуған ауыл, Баймаҡ машиналар эшләү заводы, бер-нисә колхоз һәм ауыл хужалығы предприятиелары аталған.

1891 йылдың 20 февралендә Ырымбур губернаһының Үрге Урал өйәҙе Күбәләк-Тиләү волосының хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Көсөк ауылында тыуған. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәре. Комбриг (1935). 1920 йылдан алып РКП(б) ағзаһы.

Башҡорт башланғыс мәктәбен (1911), Мәскәү юғары хәрби-педагогик мәктәбен (1924), Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының М.В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияһын тамамлаған (1927). 1912-1917 йылдарҙа армия сафында хеҙмәт итә. 1917 йылдың май айында Мәскәү ҡалаһында 1-се Бөтә Рәсәй мосолмандары съезының эшендә ҡатнаша. Башҡортостандың Ваҡытлыса Революцион Советы ағзаһы, Тамъян-Ҡатай кантоны милицияһын ойоштороусы, Башҡорт ғәскәрендә эскадрон һәм полк командиры (1918). Автономия өсөн башҡорт милли хәрәкәтендә актив ҡатнашыусыларҙың береһе.

1919 йылдың апрель-август айҙарында А.В. Колчак армияһында Башҡорт кавалерия бригадаһы командиры. 1919 йылдың 25 авгусында Ҡыҙыл Армия яғына сыға. М. Мортазин бригадаһы совет-поляк һуғышында крәҫтиән фетнәләренә ҡаршы көрәштә ҡатнаша (1920).

1920-1922 йылдарҙа – Башҡортостандың хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссары, БашЦИК Рәйесе.

1928-1937 йылдарҙа – Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының атлы составын ремонтлау буйынса бүлек етәксеһе (Мәскәү). Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән 3 тапҡыр, алтын сәғәт, иҫтәлекле яҙмаһы булған көмөш ҡылыс менән бүләкләнә.

1937 йылдың 31 майында ҡулға алына. 1937 йылдың 27 сентябрендә атыла. 1956 йылда аҡлана.

1890 йылдың 15 октябрендә Башҡортостандың Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуа. Революция хәрәкәтендә ҡатнаша. Күренекле партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1910 йылдан алып РСДРП ағзаһы.

Иваново ҡалаһында туҡымалар институтының ике курсын тамамлай (1937). 1917 йылдың февраленә тиклем Стәрлетамаҡ, Ҡурған, Силәбе һәм Өфө ҡалаларында революцион хәрәкәттә ҡатнаша.

1917–1920 йылдарҙа Силәбе, Ырымбур һәм Өфө ҡалаларында партия эшендә була.

1920 йылдың июль-октябрь айҙарында БашЦИК һәм Башҡортостандың Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе вазифаларын башҡара. 1920 йылдың октябрь айында Мәскәү ҡалаһына эшкә күсерелә. ЦК РКП(б) Көнсығыш халыҡтары коммунистик ойошмаларының бюроһында (1921–1923), Төркөстан Наркомпродында (1923–1924), Башпотребсоюзда (1924–1925), СССР Наркомтекстильпром предприятиеларында эшләй (1925–1951).

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944), миҙалдар менән бүләкләнә.

"