Башҡортостан Республикаһы парламенты тарихы музейы хаҡында

Башҡортостан Республикаһы парламенты тарихы музейы 2002 йылда ойошторола. Ул Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда урынлашҡан. Иркен залда Башҡортостанда парламентаризмдың барлыҡҡа килеүенең һәм камиллашыуының йөҙ йыллыҡ тарихын сағылдырыусы экспонаттар (документтар, фотографиялар, китаптар, значоктар, хеҙмәттәр) урынлаштырылған. Тәҡдим ителгән документтар һәм экспонаттар Рәсәй Федерацияһы составында Башҡортостан Республикаһы дәүләтселеген ойоштороуҙың һәм үҫтереүҙең ҡатмарлы процесын сағылдыра.

Башҡортостан Республикаһының иң юғары закондар сығарыу органы илдә граждандар низағтары барған осорҙа барлыҡҡа килде. Башҡорт Шуроһының, Башревкомының, БашЦИК-тың эшмәкәрлеге үҙендә кардиналь сәйәси, иҡтисади, социаль һәм мәҙәни-рухи үҙгәртеп ҡороуҙарҙың драматизмын һәм романтикаһын кәүҙәләндерә, республикабыҙҙың хәҙерге Рәсәйҙә ысын федерализм принциптарын раҫлауға ярайһы уҡ позитив өлөш индереүен иҫбатлай. Республиканың вәкиллекле һәм закондар сығарыу органы булараҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Башҡортостандың сәйәси-хоҡуҡи статусын нығытыуға ҙур өлөш индерҙе.

Ҙур бүлек тәүге парламентарийҙарға һәм Ырымбурҙа, Өфөлә үткән беренсе ҡоролтайҙарға бағышланған. Бында Өфө һәм Ырымбур губернияларынан Рәсәйҙең Дәүләт Думаһындағы тәүге депутаттары Ш.Ш. Сыртланов, М.М. Туҡаев, А.Ш. Сыртланов, С.П. Балахонцев, М.М. Рәмиев, Ш.Ә. Ҡолбәков һәм 1906–1917 йылдарҙа халыҡ тарафынан һайланыусылар тураһында уникаль фотодокументтар урынлашҡан.

Музейҙа Башҡорт Шуроһы, Башревкомы, БашЦИК эшмәкәрлеге, уларҙың рәйестәре Г.К. Шәмиғолов, М.Л. Мортазин, Ш.Ә. Хоҙайбирҙин, Х.Ҡ. Ҡушаев, Т.Ш. Шафиҡов, А.М. Таһиров тураһында күп документтар йыйылған. 1925, 1937, 1978, 1993 йылдарҙа ҡабул ителеүсе БАССР һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияларына бағышланған һәм аҙаҡ яңыртылған стенд бар.

Айырым стенд Башҡортостан Хөкүмәтенә арналған: 1938 йылдың 26 июнендә БАССР Юғары Советына тәүге һайлауҙар үтте, уның рәйесе итеп Р.К. Ибраһимов һайланды. Уның 100 йыллыҡ юбилейына 2004 йылда музейҙа стенд барлыҡҡа килтерелде. 2002 йылда БАССР Юғары Советы Президиумының дүртенсе рәйесе Ф.В. Солтановтың 80 йыллыҡ юбилейына ошондай уҡ стенд эшләнде.

Башҡортостанда ун ике саҡырылыш дауамында дәүләт власының иң юғары органы – республиканың Юғары Советына арналған экспозиция ҙур урын биләй. Юғары Советтың XII саҡырылышы эшмәкәрлеге тулы күләмдә һәм эҙмә-эҙлекле күрһәтелгән. Яҙмыштарҙы хәл иткес документтар: Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһындағы Декларация (1990 йылдың 11 октябре), Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы (1993 йыл), Дәүләт гербы, флагы тураһында Башҡортостан Республикаһы закондары, Федератив Договор (1992 йыл) һәм 1994 йылдың 3 авгусындағы Рәсәй менән Башҡортостан араһындағы «Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһындағы хакимиәт даирәһен сикләү һәм вәкәләттәрҙе үҙ-ара бүлешеү тураһында» ике яҡлы килешеүҙе ҡабул итеү тап уның өлөшөнә төштө. Экспозицияла профессиональ парламент институтын формалаштырыу, парламенттың эшмәкәрлек осоро тулыһынса сағылдырылған.

1995 йылдан алып Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай – Башҡортостан Республикаһының иң юғары вәкиллекле һәм берҙән-бер закондар сығарыу органы. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың тәүге ике саҡырылыш депутаттары тарафынан йәмәғәт тормошоноң барлыҡ өлкәләрен хоҡуҡи көйләү өсөн закондар сығарыу нигеҙен булдырыу буйынса ҙур эш башҡарылды. Бынан тыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәсәйҙең барлыҡ закондар сығарыу процесында әүҙем ҡатнашты: федераль закон проекттарына баһаламалар, тәҡдимдәр әҙерләнде һәм ебәрелде, закон проекттары өҫтөндә эш алып барылды. Ошо йылдар эсендә уникаль компьютер мәғлүмәт базаһы булдырылды, республика тормошондағы мөһим ваҡиғалар (Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырыштары, республика Президенты инаугурациялары һәм башҡалар) тураһында етерлек кимәлдә тулы мәғлүмәт йыйылды.

Ҙур мониторҙа музей фондтарында һаҡланыусы документтар күрһәтелә. БАССР Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының оригиналь значоктары һәм танытмалары иң ҡиммәтле экспонаттар булып һанала. Музейҙы ойоштороу – беҙҙең йәмәғәт тормошонда билдәле бер ваҡиға һәм ул Башҡортостанда сәйәси тотороҡлолоҡто, граждандар тыныслығын һәм традицион милләт-ара татыулыҡты һаҡлауға әүҙем булышлыҡ итергә тейеш.

Музейҙың адресы: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йорто, тел.: (347) 250-19-07.

"