Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 2015 йылда килгән граждандар мөрәжәғәттәре тураһында мәғлүмәт

     Мөрәжәғәттәрҙең тематикаһы һәм уларҙың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға килеү динамикаһы

    Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, уның урынбаҫарҙары, комитеттары рәйестәре, даими нигеҙҙә эшләүсе депутаттар исеменә 2015 йылда граждандарҙан 1 055 яҙма мөрәжәғәт килде. Мөрәжәғәттәрҙең 572-һе – ялыу, 226-һы – ғариза, 158-е – тәҡдим, 99-ы – юллама. 262 мөрәжәғәт Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәсми сайты аша, факсҡа һәм электрон адресҡа килде (мөрәжәғәттәрҙең дөйөм һанынан 24.8 процент), 726 мөрәжәғәт почта аша (мөрәжәғәттәрҙең дөйөм һанынан 69 процент), 67 мөрәжәғәт граждандарҙы шәхси рәүештә ҡабул итеү аша ҡабул ителде (мөрәжәғәттәрҙең дөйөм һанынан 6,3 процент).


       1-се һүрәт. 2014 һәм 2015 йылдарҙа граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәрҙең төп темаһы            (отчет бирелеүсе периодтта мөрәжәғәттәрҙең дөйөм һанынан проценттарҙа)

 

     Сәнәғәт, агросәнәғәт комплексы, төҙөлөш, транспорт, элемтә, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу, финанс, хеҙмәт һәм эш хаҡы мәсьәләләрен үҙ эсенә алған иҡтисад блогы буйынса 242 мөрәжәғәт килде (22,9 процент), 2014 йылда – 214 мөрәжәғәт (21,4 процент).

     Торлаҡ, торлаҡ хужалығы һәм коммуналь хеҙмәттәр буйынса мәсьәләләр 301 мөрәжәғәттә күтәрелә, улар ошо периодта ҡаралған мөрәжәғәттәрҙең 28,5 процентын тәшкил итә, 2014 йылда – 187 мөрәжәғәт (18,7 процент). Хоҡуҡ тәртибен һәм именлекте тәьмин итеү мәсьәләләре көндөң үҙәгендә ҡала килә – 186 мөрәжәғәт, йәғни 17,6 процент, 2014 йылда – 164 мөрәжәғәт (16,4 процент).

      Социаль блок мәсьәләләре – социаль тәьминәт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәһе – ошо периодта ҡаралған мөрәжәғәттәрҙең 12,2 процентын тәшкил итә – барлығы 129 мөрәжәғәт, 2014 йылда – 138 мөрәжәғәт (13,8 процент). Дәүләт һәм сәйәсәт мәсьәләләре буйынса барлығы 84 мөрәжәғәт алынды – 7,9 процент, 2014 йылда – 71 мөрәжәғәт (7,1 процент). Фән, мәҙәниәт һәм информатика проблемалары 68 мөрәжәғәттә күтәрелә (6,4 процент), 2014 йылда – 52 мөрәжәғәт (5,2 процент).

      Ғариза биреүселәрҙе территорияларға бүлеү һәм уларҙың социаль составы

     Отчет бирелеүсе осор эсендә, ғәҙәттәгесә, мөрәжәғәттәрҙең иң күбе Өфө ҡалаһынан булды – 489 (47,2 процент). Ә 2014 йылдың ошо уҡ осоронда был күрһәткес 460 ине (46 процент).

   Мөрәжәғәттәрҙең иң күбе түбәндәге муниципаль берәмектәрҙән килде: Стәрлетамаҡ ҡалаһы – 44 (2014 йылда – 35 мөрәжәғәт), Белорет районы – 21 (27), Өфө районы – 31 (25), Благовещен районы – 27 (10), Мәләүез районы – 21 (21), Бәләбәй районы – 20 (13). Атап үтелгән муниципаль берәмектәрҙән һәм Өфө ҡалаһынан килгән мөрәжәғәттәрҙең дөйөм һаны барлыҡ мөрәжәғәттәрҙән 62,7 процент тәшкил итте.

     Граждандарҙы ҡабул итеү һәм уларҙың мөрәжәғәттәре буйынса эш

2015 йылда 82 мөрәжәғәт (барлыҡ мөрәжәғәттәрҙең һанынан 7,8 проценты профессиональ даими нигеҙҙә эшләүсе депутаттар исеменә килгән) контролгә алынды. Улар буйынса ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы яуаптар бирелде һәм аңлатыу эштәре алып барылды.

 

         Дәүләт һәм сәйәсәт

     Дәүләт һәм сәйәсәт, вәкиллекле органдарҙың эшмәкәрлеген, граждандар мөрәжәғәттәре менән эш буйынса һорауҙарҙы үҙ эсенә алған был блокка 84 мөрәжәғәт килде (ошо уҡ осорҙағы бөтә мөрәжәғәттәр һанынан 7,9 процент), 2014 йылда – 71 мөрәжәғәт (7,1 процент). Дәүләт һәм сәйәсәт темаһы буйынса – 41 (49 процент), граждандар мөрәжәғәттәре менән эш өлкәһендә – 11 (13 процент), вәкиллекле органдарҙың эшмәкәрлеге темаһына – 32 мөрәжәғәт (38 процент) килде.

 

 


         2-се һүрәт. «Дәүләт һәм сәйәсәт» өлкәһендәге мәсьәләләрҙең бүленеше (тема                        эсендәге мөрәжәғәттәрҙең дөйөм һанынан проценттарҙа)

 

           Именлек һәм законлылыҡ

         Юстиция органдары һәм эске эштәр органдары мәсьәләләрен берләштереүсе блокҡа 186 мөрәжәғәт (17,6 процент) килде, 2014 йылда – 164 мөрәжәғәт (16,4 процент). Эске эштәр органдары мәсьәләләре буйынса 11 (5,9 процент), юстиция органдары буйынса 175 (94 процент) мөрәжәғәт алынды.

 


          3-сө һүрәт. «Именлек һәм законлылыҡ» өлкәһендәге мәсьәләләрҙең бүленеше (тема                  эсендәге мөрәжәғәттәрҙең дөйөм һанынан проценттарҙа)

 

           Торлаҡ-коммуналь өлкә

 


          4-се һүрәт. «Торлаҡ-коммуналь өлкә»ләге мәсьәләләрҙең бүленеше (тема эсендәге                   мөрәжәғәттәрҙең дөйөм һанынан проценттарҙа)

         

   Торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр мәсьәләләре буйынса хаттар өлөшө бөтә мөрәжәғәттәрҙең һанынан ғәҙәттәгесә күберәк. Торлаҡ мәсьәләләре граждандарҙың 301 мөрәжәғәтендә күтәрелде (28,5 процент).

     Торлаҡ мәсьәләләре 128 мөрәжәғәттә (42,5 процент), торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү проблемалары 103 мөрәжәғәттә (34,2 процент), торлаҡ хужалығына ҡағылыусы мәсьәләләр 70 мөрәжәғәттә (23,2 процент) күтәрелә.

 

            Иҡтисад

       Иҡтисад блогы мәсьәләләре буйынса барлығы 242 мөрәжәғәт (22,9 процент) теркәлде. Сәнәғәт, төҙөлөш, элемтә мәсьәләләрен берләштереүсе проблемалар 60 мөрәжәғәттә (24,8 процент), хужалыҡ эшмәкәрлеге темаһы буйынса барлығы 45 мөрәжәғәт (18,5 процент), экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса 42 мөрәжәғәт (17,3 процент), финанстар өлкәһенә ҡағылыусы мәсьәләләр буйынса 31 мөрәжәғәт (12,8 процент), сауҙа проблемалары хаҡында 15 мөрәжәғәт (6,2 процент), хеҙмәт һәм эш хаҡы хаҡында 26 мөрәжәғәт (10,7 процент), иҡтисади реформаларға бәйле 23 мөрәжәғәт (9,5 процент) килде.


               5-се һүрәт. «Иҡтисад» өлкәһендәге мәсьәләләрҙең бүленеше (тема эсендәге                                мөрәжәғәттәрҙең дөйөм һанынан проценттарҙа)

 

               Социаль өлкә

 


        6-сы һүрәт. «Социаль өлкә»ләге мәсьәләләрҙең бүленеше (тема эсендәге                                   мөрәжәғәттәрҙең дөйөм һанынан проценттарҙа)

 

        Социаль тәьминәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләрен үҙ эсенә алған социаль өлкә блогы буйынса 129 мөрәжәғәт (12,2 процент) килде. Был күрһәткес 2014 йылдың ошо уҡ осоронда 138 ине (13,8 процент).

      Социаль тәьмин итеү проблемалары (пенсиялар, пособиялар, социаль ташламалар, ғаилә, инвалидлыҡ һәм башҡалар) 46 мөрәжәғәттә күтәрелде (35,6 процент). Мәғариф темаһы буйынса барлығы 25 мөрәжәғәт килде (19,4 процент).

         58 мөрәжәғәт (44,9 процент) һаулыҡ һаҡлау өлкәһе мәсьәләләренә ҡағыла.

 

 

"