Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 2016 йылда килгән граждандар мөрәжәғәттәренә анализ

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, уның урынбаҫарҙары, комитеттары рәйестәре, даими нигеҙҙә эшләүсе башҡа депутаттар исеменә 2016 йылда граждандарҙан 1 136 яҙма мөрәжәғәт килде. Мөрәжәғәттәрҙең 508-е – ялыу, 435-е – ғариза, 164-е – тәҡдим, 29-ы – юллама.


1-се һүрәт. 2015 һәм 2016 йылдарҙа граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәрҙең төп темаһы (отчет бирелеүсе осорҙа мөрәжәғәттәрҙең дөйөм һанынан проценттарҙа)


319 мөрәжәғәт Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәсми сайтына, факсҡа, электрон ҡабул итеү аша һәм электрон адресҡа килде, 783 мөрәжәғәт почта аша, 34 мөрәжәғәт граждандарҙы шәхси рәүештә ҡабул итеү юлы менән алынды. 113 – коллектив, 15 аноним мөрәжәғәт килде.

Мөрәжәғәт итеүселәрҙең күпселеге (88,4 процент) үҙҙәренең социаль статусы тураһында хәбәр итмәй.

Ошо ваҡыт арауығында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарынан, пенсионерҙарҙан, хеҙмәт ветерандарынан һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙан 14 мөрәжәғәт килде. Уларҙа сәләмәтлекте һаҡлау, социаль яҡлау, пенсия менән тәьмин итеү, торлаҡ төҙөкләндереүе кеүек һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде.

“Дәүләт һәм сәйәсәт” темаһы буйынса 119 мөрәжәғәт килде. Хоҡуҡ тәртибен һәм именлекте, эске эштәр органдары эшмәкәрлеген тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса 173 мөрәжәғәт алынды.

Сәнәғәт, агросәнәғәт комплексы, төҙөлөш, транспорт, элемтә, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу, финанс, хеҙмәт һәм эш хаҡы мәсьәләләрен үҙ эсенә алған иҡтисад блогы буйынса 271 мөрәжәғәт килде. Сәнәғәт, элемтә һәм төҙөлөш проблемалары – 66, ауыл хужалығы – 72, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу – 45, финанстар – 30, сауҙа – 16, хеҙмәт һәм эш хаҡы – 29, иҡтисади реформалар мәсьәләләре – 13 мөрәжәғәттә күтәрелде.

Торлаҡ, торлаҡ хужалығы һәм коммуналь хеҙмәттәр буйынса мәсьәләләргә 328 мөрәжәғәт арналды. Торлаҡ мәсьәләләре – 152, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр – 122, торлаҡ хужалығы проблемалары – 54 мөрәжәғәттә күтәрелде.

Социаль блок мәсьәләләренә (социаль тәьминәт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәһе) барлығы 175 мөрәжәғәт бағышланды. Социаль тәьминәт проблемалары – 74, һаулыҡ һаҡлау – 61, мәғариф өлкәһе мәсьәләләре – 40 мөрәжәғәттә күтәрелде.

2016 йылда 92 мөрәжәғәт контролгә алынды. Мөрәжәғәттәрҙең барыһы буйынса ла ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы аныҡ яуаптар һәм аңлатмалар бирелде. Отчет осоронда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тарафынан 7 833 граждан шәхси рәүештә ҡабул ителде. Уларҙың хоҡуҡтарын һәм иректәрен тәьмин итеү, башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында 2 835 депутат запросы ебәрелде.

"