Константин Толкачев Борай районы Хакимиәте башлығы Рушан Гәрәевҡа Дәүләт Йыйылышының наградаһын тапшырҙы

03.08.2022

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

         Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Борай районы Хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев менән осрашыу үткәрҙе.

         Осрашыуҙа урындағы үҙидараны камиллаштырыуҙың көнүҙәк мәсьәләләре һәм ағымдағы иҡтисади шарттарҙа районды үҫтереү перспективалары тикшерелде.

         Осрашыу аҙағында Константин Толкачев Рушан Гәрәевты 60 йәшлек юбилейы менән ҡотланы. Парламент спикеры юбилярға сәләмәтлек, республика мәнфәғәтенә емешле эш теләне һәм уға парламенттың иң юғары наградаһын – «Законлылыҡты нығытыуға айырыуса ҙур өлөш индергәне өсөн» почет билдәһен тапшырҙы.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"