Дәүләт Йыйылышының көҙгө сессияһы осорондағы закондар сығарыу эшенең яҡынса программаһына 50-нән ашыу закон проекты индерелде

03.08.2022

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

        Башҡортостан парламенты көҙгө сессия осорондағы закондар сығарыу эшенең яҡынса программаһын раҫланы.

        – Яҡынса программаға 50-нән ашыу закон проекты индерелде, – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Уларҙың бер өлөшөн депутаттар яҙғы сессияла беренсе уҡыуҙа ҡабул итте лә инде. Атап әйткәндә, түләүһеҙ юридик ярҙам алыусылар категорияһын киңәйтеү, етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙең яңы тәртибен раҫлау, георпактарҙың хоҡуҡи статусын көйләү, бер үҙе йәшәгән өлкән кешеләр өсөн капиталь төҙөкләндереүгә түләүҙәр буйынса ташламалар ғәмәлен оҙайтыу планлаштырыла. Әһәмиәтле закон проекттары араһында – «Башҡортостан Республикаһы Конституция советы тураһында»ғы закон проекты. Был яңы орган Рәсәй Федерацияһы Конституцияһында күҙ уңында тотолған Башҡортостан Республикаһы Конституция Судын бөтөргәндән һуң республикала эшләй башлаясаҡ. Көҙгө сессияла шулай уҡ киләһе өс йыллыҡҡа бюджет тураһындағы законды әҙерләү һәм ҡабул итеү көтөлә. Халыҡты транспорт хеҙмәтләндереүе, инновация эшмәкәрлеге, ауылдағы белгестәрҙе социаль яҡлау тураһындағы закондарға үҙгәрештәр индереү планлаштырыла.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"