Депутаттар Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһына Алан Марзаевтың кандидатураһын хупланы
03.08.2022
Баҫып сығарыу өсөн версияБашҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының Башҡортостан Республикаһы Башлығына Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһына Алан Викторович Марзаевты тәғәйенләүгә ризалыҡ биреү тураһындағы мәсьәлә буйынса тауыш биреү тамамланды.
– Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумының ҡарарына һәм ғәмәлдәге Регламентҡа ярашлы тауыш биреү депутаттарҙан һорау алыу юлы менән үткәрелде, – тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Башҡортостан Республикаһы Башлығы тарафынан тәҡдим ителгән Алан Марзаевтың кандидатураһы хупланды. Алан Викторович депутаттарға үҙ һөнәренең оҫтаһы һәм яҡшы ойоштороусы булараҡ билдәле. Хәҙер уның алдында яңы бурыстар тора. Ул Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының, Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының, Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының эшмәкәрлектәрен координацияласаҡ.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе билдәләүенсә, вице-премьер кандидатураһын килешеү буйынса депутаттарҙың тауыш биреүе республикала тәүге тапҡыр үтә.
– Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы 2021 йылда республика Башлығы вице-премьерҙарҙы Дәүләт Йыйылышы ризалығына ярашлы тәғәйенләй, – тине Константин Толкачев. – Парламентта кандидатураларҙы килешеү процедураһы Премьер-министр урынбаҫарҙарының статусын нығытасаҡ һәм республикала кадрҙар сәйәсәтен көсәйтеүгә булышлыҡ итәсәк.
Белешмә
Алан Викторович Марзаев 1973 йылдың 14 майында Ардон ҡалаһында (Төньяҡ Осетия – Алания) тыуған.
Юғары белемле: Горск ауыл хужалығы институтын (Владикавказ ҡалаһы) һәм Хоҡуҡ һәм идаралыҡ академияһын (Мәскәү ҡалаһы) тамамлаған. Иҡтисад фәндәре кандидаты.
1994 йылдан алып 2019 йылға тиклем һалым хеҙмәте системаһында төрлө вазифалар биләй.
2019 йылдан алып Башҡортостанда эшләй. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ярҙамсыһы, Башҡортостан Республикаһының Юл хужалығы идаралығы етәксеһе, Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаларын биләй.
2021 йылдың июненән – Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрының беренсе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министр вазифаһын башҡарыусы.
Әлеге ваҡытта – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы.