Депутаттар «Баланы мәктәпкә әҙерлә» акцияһында ҡатнаша

04.08.2022

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

       Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Баланы мәктәпкә әҙерлә» бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша. Һәр йылғы хәйриә проектын социаль хеҙмәттәр ярҙамында «БЕРҘӘМ РӘСӘЙ» партияһы ойоштора.

        – Акцияның төп маҡсаты – яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә ярҙам итеү, – тип комментарий бирҙе парламенттың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин. – Тәү сиратта күп балалы, аҙ тәьмин ителгән һәм имен булмаған ғаиләләрҙәге балалар ярҙамға мохтаж. Донбастан мәжбүри күсеп килеүсе балаларға айырым иғтибар бүләбеҙ.

        Акция 1 августан 25 авгусҡа тиклем үтә. Өфөлә хәйриә ярҙамы Достоевский урамы, 73 адресы буйынса «БЕРҘӘМ РӘСӘЙ» партияһының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә ҡабул ителә.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"