«Башҡортостан Республикаһында автомобиль юлдары һәм юл эшмәкәрлеге тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы БР Законына үҙгәрештәр индереү планлаштырыла

04.08.2022

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

       Парламент каникулдарынан һуң Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостан Республикаһында автомобиль юлдары һәм юл эшмәкәрлеге тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон проекты өҫтөндә эште тамамлауҙы планлаштыра.

        – Башҡортостанда барлыҡ кимәлдәге юл фондтары сараларын формалаштырыуға һәм файҙаланыуға контролдең дөйөм һәр кем алырлыҡ мәғлүмәт системаһы барлыҡҡа килтерелә,– тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Ошо маҡсатта беҙ Законды тейешле статья менән тулыландырабыҙ.

        Парламент спикеры белдереүенсә, дөйөм федераль мәғлүмәт системаһы дөйөм файҙаланыштағы барлыҡ автомобиль юлдары тураһында төрлө мәғлүмәттәр йыйыуҙы, һаҡлауҙы һәм анализлауҙы тәьмин итәсәк. Системаға юл эшмәкәрлеге, юл фондтары (федераль, төбәк һәм муниципаль) саралары күләме һәм уларҙы файҙаланыу хаҡындағы мәғлүмәт, шулай уҡ дөйөм файҙаланыштағы автомобиль юлдарының техник торошон баһалау һөҙөмтәләре индереләсәк.

       Мәғлүмәт системаһының эшләүе «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проектының «Юл хужалығын үҫтереүҙең дөйөм системалы саралары» федераль проектына өлгәшеүгә булышлыҡ итәсәк.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"