Депутаттар һайлаусыларҙың ялыуҙары буйынса мәктәп кәрәк-яраҡтарына хаҡтарға мониторинг үткәрә

05.08.2022

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

        Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев парламент фракцияларына һәм Сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитетҡа мәктәп кәрәк-яраҡтарына хаҡтарға мониторинг үткәрергә ҡушты.

        – Депутаттарға һайлаусыларҙан мәктәп өсөн тауарҙарға хаҡтарҙың һиҙелерлек артыуына ялыуҙар менән мөрәжәғәттәр килә, – тип комментарий бирҙе Константин Толкачев. – Канцелярия кәрәк-яраҡтарына, мәктәп формаһына, портфелдәргә хаҡтың ныҡ артыуы борсолоу тыуҙыра. Бойондороҡһоҙ анализ үткәрергә һәм берәмләп һатыуҙағы реаль хәлде аңларға кәрәк.

        Парламент спикеры белдереүенсә, депутаттар үҙҙәренең һайлау округтарында тикшереү ойошторасаҡ. Профилле эксперт советының ултырышы үтәсәк.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"