Константин Толкачев Әлим Әхмәҙиевтың вафат булыуына бәйле ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе

08.08.2022

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев танылған ғалим һәм парламентарий Әлим Әхмәҙиевтың вафат булыуына бәйле ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе.

Әлим Әхәт улы Әхмәҙиев – 250-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Ғилми тикшеренеүҙәренең төп төлкәһе – аграр социология, парламентаризм сәйәсәте социологияһы.

1995–2003 йылдарҙа Әлим Әхмәҙиев – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһы Рәйесе урынбаҫары. Ул республика ҡануниәтен үҫтереүгә, дәүләтселекте нығытыуға ҙур өлөш индерҙе.

 – Шәхсән үҙемдең исемдән, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары исеменән Әлим Әхәт улының вафат булыуына бәйле тәрән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. Беҙ Әлим Әхәт улының республика ҡануниәтен үҫтереүгә индергән өлөшөн, уның фәнни ҡаҙаныштарын юғары баһалайбыҙ. Уның тураһындағы яҡты хәтирәләр беҙҙең күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр, – тиелә ғалимдың ғаиләһенә ебәрелгән телеграммала.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"