Депутаттар рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе бөтөрөүҙә ҡатнашасаҡ

09.08.2022

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

        Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары үҙҙәренең һайлау округтарында «Башҡортостан Республикаһында экологик эштәр аҙналығы» акцияһында ҡатнашасаҡ.

        – Үкенескә күрә, отпускылар мәлендә күп кенә ял итеү урындары сүп-сар менән тула. Туристик маршруттарҙа, айырыуса йылғаларҙың яр буйы зоналарында, сүплектәр барлыҡҡа килә. Мин үҙем дә йылға буйлап сәйәхәт иткәндә ошондай күренештәргә тап булам, – тип комментарий бирҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Депутаттарға үҙ миҫалдарында ял итеү урындарын бысратыу проблемаһына дөрөҫ мөнәсәбәт күрһәтергә кәрәк, тип иҫәпләйем.

        Акция сиктәрендә депутаттар экоактивистар һәм республика ҡалаларының һәм райондарының волонтерҙары менән берлектә сүп-сар йыйылған урындарҙы, шулай уҡ рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар тупланған урындарҙы асыҡлаясаҡ һәм территорияны таҙартыу эштәрен үткәрәсәк.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"