Константин Толкачев Енәйәт-хөкөм башҡарыу системаһының йәш белгестәренең бөтә Рәсәй форумында ҡатнашты

10.08.2022

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

   

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Енәйәт-хөкөм башҡарыу системаһының йәш белгестәренең бөтә Рәсәй форумында ҡатнашты.

Парламент спикеры форумда ҡатнашыусыларға республика тураһында һөйләне, шулай уҡ йәштәр сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләренә ентекләп туҡталды.

– Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә Рәсәй Федерацияһы граждандарында илһөйәрлек тәрбиәләү системаһын нығытыу һәм үҫтереү буйынса эшмәкәрлеккә күп көс һалынды. Бөгөн илебеҙгә уҡырға, эшләргә һәм кәрәк булғанда Ватаныбыҙҙы һаҡларға әҙер булған сәләмәт, уҡымышлы һәм ҡыйыу йәштәр бик кәрәк, – тип билдәләне Константин Толкачев.

Парламент спикеры белдереүенсә, республикала 270 илһөйәрлек берләшмләре, клубтары һәм үҙәктәре, шулай уҡ 50-нән ашыу эҙләү отряды эшләп килә. 1 июндә республикала «Авангард» уҡытыу-методик үҙәге асылды. Унда меңәрләгән йәш кеше илебеҙ һәм уның Ҡораллы Көстәре тураһында белем аласаҡ.

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"