Тамара Танһыҡҡужина эш сәфәре менән Ишембайға барҙы

11.08.2022

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина эш сәфәре менән Ишембайҙа булды.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың ҡушыуы буйынса депутаттар Башҡортостанда мәктәптәрҙе капиталь төҙөкләндереү темптарын контролдә тота. Ишембайҙа Тамара Танһыҡҡужина 11-се мәктәптәге төҙөкләндереү эштәре барышы менән танышты.

Эш сәфәре барышында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Физкультура һәм спорт һарайында һәм Ишембай ҡалаһының ябыҡ типтағы белем-тәрбиә биреү учреждениеһында булды.

– Беҙ балаларҙың йәшәү шарттарын, уҡытыу-тәрбиә биреү процесын ойоштороу менән таныштыҡ. Учреждениеның матди базаһы юғары кимәлдә. Лекциялар өсөн дә, практик дәрестәр өсөн дә биналар төҙөкләндерелгән һәм тейешенсә йыһазландырылған, – тине Тамара Танһыҡҡужина.

Депутат шулай уҡ Физкультурниктар көнөнә арналған спорт фестивален асыуҙа ҡатнашты.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"