Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай делегацияһы Саксонияға юлланды

19.06.2018

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

    Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәсми делегацияһы Германияға, Саксония Ирекле дәүләтенә юлланды. Делегация составына депутаттар Рузалия Хисмәтуллина, Елена Родина, Наил Баһаутдинов, Тимур Хәкимов, Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Мирсәйәпов, Башҡортостан Республикаһының “Төньяҡ амурҙары” хәрби-тарихи клубы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Илдар Юлбарисов инде.

    – Башҡортостан менән Саксонияны элек-электән һалынған күп яҡлы, шул иҫәптән парламент-ара хеҙмәттәшлек бәйләй, – тип комментарий бирҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Был процестың башланғысы Саксония Ирекле дәүләте һәм Башҡортостан Республикаһы хөкүмәттәре араһында 1992 йылда төҙөлгән һәм ҡул ҡуйылған сауҙа, иҡтисади, йәмғиәт өлкәһендәге һәм мәҙәни бәйләнештәр хаҡындағы килешеүгә барып тоташа. 2002 һәм 2017 йылдарҙа республикабыҙ парламенты Саксония депутаттарын һәм эшлекле даирә вәкилдәре делегацияларын ҡабул итте.

    Дәүләт Йыйылышы парламентарийҙарының Саксонияға сәфәре 21 июнгә тиклем дауам итәсәк. Был көндәрҙә делегация ағзалары Дрезден, Лейпциг, Мейсен һәм Цайтхай ҡалаларында буласаҡ. Саксония иҡтисадына булышлыҡ итеү департаментында Башҡортостан Республикаһының һәм “Силикон Саксония” тармаҡ селтәренең презентацияһы буласаҡ. Шулай уҡ Саксония Ирекле дәүләте Ландтагында, Саксония дәүләт канцелярияһында, Рәсәй Федерацияһының Лейпцигтағы Генераль консуллығында эшлекле осрашыуҙар планлаштырылған.

   Дәүләт Йыйылышы парламентарийҙары Саксония Премьер-министры Михаэль Кречмер, Саксония Ирекле дәүләте Ландтагы депутаттары һәм уның Президенты Маттиас Рёсслер, Генераль Консул Андрей Дронов менән һөйләшеүҙәр алып барасаҡ.



Исемлеккә кире ҡайтыу

"