Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары экологик хәлде баһалау өсөн Сибай ҡалаһына барҙы

30.01.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

          Сибай ҡалаһы ҡала округындағы экологик хәлде өйрәнеү буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың эшсе төркөмө ағзалары парламент Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов етәкселегендә Сибай ҡалаһында булды. Унда депутаттар экологик хәлде баһалау буйынса саралар үткәрҙе.

     Күсмә сарала шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаттары Рәмзил Ишһарин һәм Илдар Бикбаев, «БЕРҘӘМ РӘСӘЙ» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Әхмәҙинуров ҡатнашты.

     Депутаттар көкөртлө газ бүленеп сығыусы карьерҙа булды, предприятие хеҙмәткәрҙәре, урындағы халыҡ, йәмәғәтселек вәкилдәре менән аралашты. Сибай үҙәк ҡала дауаханаһында парламентарийҙар табиптар һәм ауырыуҙар менән осрашыу үткәрҙе.

       Эшсе төркөм ағзалары шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитеты рәйесе, Партияның «Таҙа ил» проекты координаторы Әлфәрис Байсурин ҡалалағы проблемаларҙы бөтөрөү буйынса артабанғы пландар тураһында һөйләне.

        Эш сәфәре аҙағында Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашлығында «Эшлекле Рәсәй» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының ултырышы үтте. Сарала насар экологик шарттарға тарыусы кешеләргә ярҙам күрһәтеүгә бизнес берләшмәләрен йәлеп итеү мәсьәләләре тикшерелде.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"