Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 5-се ултырышы асылды

31.01.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда республика парламентының 5-се ултырышы асылды. Ултырышта Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнаша. Пленар ултырышты Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев алып бара.

Ултырыштың көн тәртибенә 40-ҡа яҡын мәсьәлә индерелгән, уларҙың 20-нән ашыуы республика закон проекттарын тикшереүгә бәйле. Закон проекттарының төп өлөшө финанс ҡануниәтен камиллаштырыуға, дәүләт-шәхси партнерлыҡты, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, спортты яҡлауға, граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлауға ҡағыла.

Депутаттар Башҡортостан Республикаһы Прокуроры Андрей Назаровтың Башҡортостан Республикаһында законлылыҡ торошо тураһындағы мәғлүмәтен тыңлауҙы планлаштыра.

Ултырыш барышында Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет, Сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитет составтарын үҙгәртеү, «Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милеккә капиталь төҙөкләндереү үткәреү буйынса төбәк операторы» Фондының Попечителдәр советында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ике вәкилен тәғәйенләү планлаштырыла. Пленар ултырышта Башҡортостан Республикаһы алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 2018 йылдың көҙгө сессияһы осорондағы эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт тыңлау, Дәүләт Думаһынан килгән федераль закон проекттарын, мировой судьялар вазифаларына кандидатураларҙы тикшереү көтөлә.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"