Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 5-се ултырышы үтте

31.01.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы бишенсе пленар ултырышы үтте. Ултырышта Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Пленар ултырыш Башҡортостан Республикаһы Прокуроры Андрей Назаровтың Башҡортостан Республикаһында законлылыҡ торошо тураһындағы мәғлүмәтен тыңлауҙан һәм уның буйынса фекер алышыуҙан башланды. Парламентта бындай осрашыу өсөнсө тапҡыр үткәрелә. Прокурор менән тәүге осрашыу 2017 йылда булған ине. Башҡортостан Республикаһы Прокуроры республика территорияһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау статистикаһы, уларға юл ҡуймау буйынса саралар тураһында һөйләне, парламентарийҙарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Депутаттар 40-ҡа яҡын мәсьәлә тикшерҙе, уларҙың 20-нән ашыу – республика закон проекттары. Депутаттар тарафынан тикшерелгән закон проекттарының төп өлөшө финанс-иҡтисад блогына бәйле.

– Мотлаҡ медицина страховкалауы территориаль фонды бюджетын 205 миллиондан күберәккә арттырыуға бәйле «2019 йылға һәм 2020 һәм 2021 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһының Мотлаҡ медицина страховкалауы территориаль фонды бюджеты тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индерелде, – тип комментарий бирҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Предприятиеларҙың инвестицион әүҙемлеген күтәреүгә, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн ер участкаларын инфраструктура һәм инженер коммуникациялар менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән «Башҡортостан Республикаһында капитал һалыуҙар формаһында тормошҡа ашырылыусы инвестиция эшмәкәрлеге тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр тикшерелде.

Депутаттар туберкулез таратыуға ҡаршы ғәмәлдәрҙе көсәйтеүгә йүнәлтелгән, туберкулез менән ауырыу шиге аҫтындағы кешеләрҙе мотлаҡ медицина тикшереүе үткәреүҙе күҙ уңында тотоусы «Башҡортостан Республикаһында туберкулездың таралыуын иҫкәртеү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын хупланы.

Пленар ултырышта депутаттар шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошо тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 2-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында мотлаҡ медицина страховкалауын ойоштороу тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Ҡиммәтле металдар һәм аҫыл таштар тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Эсәр һыу тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» һәм дәүләт-шәхси партнерлыҡты, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, спортты яҡлауға, граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлауҙы тәьмин итеүгә бәйле закон проекттарын тикшерҙе.

Республика парламентының 2019 йылдағы беренсе пленар ултырышында Рәмил Кәбир улы Исҡужинды Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе вазифаһынан ваҡытынан алда бушатыу, Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет, Сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитет составтарын үҙгәртеү, «Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милеккә капиталь төҙөкләндереү үткәреү буйынса төбәк операторы» Фондының Попечителдәр советында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ике вәкилен тәғәйенләү тураһындағы ҡарарҙар ҡабул ителде. Парламентарийҙар шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 2018 йылдың көҙгө сессияһы осорондағы эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт тыңланы, Дәүләт Думаһынан килгән федераль закон проекттарын, мировой судьялар вазифаларына кандидатураларҙы тикшерҙе.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"