Дәүләт Йыйылышында Дәүләкән районынан уҡыусылар өсөн экскурсия ойошторолдо

01.02.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

    Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Дәүләкән ҡалаһының 7-се дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары өсөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы тарафынан экскурсия ойошторолдо.

   Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин балаларҙы Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған күргәҙмә менән таныштырҙы. Парламентарий уларға Башҡортостандан сыҡҡан рәссамдарҙың тормошо һәм ижады, “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары” проектын ғәмәлгә ашырыу хаҡында һөйләне.

   Экскурсия сиктәрендә балалар Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Ирек Зарипов һәм парламентта ЛДПР партияһы фракцияһының етәксеһе Вячеслав Рябов менән осрашты.

    Экскурсия дөйөм йыйылыш менән тамамланды. Уның барышында Раил Әсәҙуллин балаларҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы Рәйесе Зарина Ғәзизова йәштәр парламенты эше хаҡында һөйләне.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"