Башҡортостан Прокуроры Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында республикала законлылыҡтың торошо тураһында һөйләне

01.02.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы бишенсе пленар ултырышында депутаттар алдында Башҡортостан Республикаһы Прокуроры Андрей Назаров Башҡортостан Республикаһында законлылыҡтың торошо тураһындағы мәғлүмәт менән сығыш яһаны. Һуңынан уның буйынса фекер алышыу булды. Парламентта бындай осрашыу өсөнсө тапҡыр үткәрелә. Депутаттар алдында Прокурор тәүге тапҡыр 2017 йылда сығыш яһаған ине.

Андрей Назаров 2018 йылда республика территорияһында асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙар статистикаһы тураһында һөйләне. Республикала барлығы 205 меңдән ашыу хоҡуҡ боҙоу теркәлгән.

Республика Прокуроры билдәләүенсә, закон боҙоуҙар һаны кәмегән. 2017 йылда 207 хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән ине, ә 2018 йылда улар бер проценттан ашыуға түбәнәйгән.

Андрей Назаров өлөшләтә төҙөүҙә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау, тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен үтәү, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә ҡарата ҡаршылыҡтарға юл ҡуймау һәм етем балалар өсөн торлаҡ төҙөлөшөндәге етешһеҙлектәр буйынса Прокуратура тарафынан күрелгән саралар тураһында һөйләне.

Прокурор шулай уҡ республикала бер йыл эсендә балиғ булмағандар араһында үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыу осраҡтарының ике тапҡыр тиерлек кәмеүен, ә прокуратура органдарына граждандарҙан 105 мең мөрәжәғәт килеүен билдәләне.

Доклад буйынса фекер алышыуҙар ваҡытында депутаттар Андрей Назаровҡа Сбайҙағы экологик хәлгә ҡарата прокуратура тарафынан күрелгән саралар һәм башҡа мәсьәләләр буйынса һорауҙар бирҙе.

Андрей Назаров берлектәге эшмәкәрлек, прокуратураның закон сығарыу башланғыстарын хуплап, уларҙы Дәүләт Думаһына индерегәне өсөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға рәхмәт белдерҙе.

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"