Константин Толкачев Рәмил Исҡужинға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһын тапшырҙы

04.02.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев быға тиклем Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе вазифаһын биләүсе Рәмил Исҡужинға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһын тапшырҙы. Парламент спикеры Рәмил Исҡужиндың республика һәм Рәсәй ҡануниәтен үҫтереүгә, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында законлылыҡтың үтәлешенә ҙур өлөш индереүен билдәләп үтте.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"