Константин Толкачев Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға килгән граждандар мөрәжәғәттәре хаҡында һөйләне

05.02.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика парламентына 2018 йылда граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәр статистикаһы хаҡында һөйләне. Константин Толкачев белдереүенсә, Өфө ҡалаһында, Өфө һәм Туймазы райондарында йәшәүсе һайлаусылар депутаттарға мөрәжәғәт итеү йәһәтенән иң әүҙеме.

– Мөрәжәғәттәрҙең абсолют күпселеге торлаҡ, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү мәсьәләләренә бәйле. Бындай мәсьәләләр мөрәжәғәттәрҙең өстән берендә күтәрелә. Был тема депутаттар тарафынан үткәрелгән граждандар ҡабул итеү барышында ла даими күтәрелә, – тип комментарий бирҙе Константин Толкачев. – Шулай уҡ күп кенә мөрәжәғәттәр хеҙмәтте һаҡлауға, эш хаҡын түләүгә, транспорт, сәнәғәт һәм агросәнәғәт предприятиелары, йәмәғәт тәртибе һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары эшенә бәйле.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе билдәләп үтеүенсә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға килгән граждандар мөрәжәғәттәре хаҡында отчет парламент тарафынан һәр йыл һайын әҙерләнә.

– Һайлаусыларҙан килгән мөрәжәғәттәргә үҙ ваҡытында яуап биреү һәм тейешле саралар күреү – парламент эшенең төп йүнәлештәренең береһе. Бынан тыш депутаттар даими рәүештә граждандар ҡабул итә. Шуға күрә мөрәжәғәттәрҙең фактик һаны тиҫтәләгән меңләп иҫәпләнә. Был эштең мөһимлеген иҫәпкә алып, үткән йылдың октябрь айында беҙ раждандар мөрәжәғәттәре хаҡындағы республика ҡануниәтенең үтәлешенә мониторинг буйынса эшсе төркөм ойошторҙоҡ. Электрон форматта килеүсе мөрәжәғәттәрҙең һаны ла артҡандан-арта бара: 2018 йыл йомғаҡтары буйынса улар 40 проценттан ашыу тәшкил итте. Ғинуар айында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сайтында электрон ҡабул итеү эшләй башланы. Граждандарыбыҙға уңайлыҡтар булдырыу өсөн беҙ электрон форматта коммуникацияларҙы артабан үҫтереү өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"