Константин Толкачев блогерҙар менән осрашыу үткәрҙе

08.02.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, “БЕРҘӘМ РӘСӘЙ” партияһының төбәк бүлексәһе Секретары Константин Толкачев һәм “БЕРҘӘМ РӘСӘЙ” партияһы төбәк бүлексәһенең башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров блогерҙар менән осрашыу үткәрҙе.

Осрашыу барышында хәҙерге заманда социаль селтәрҙәрҙең тотҡан урыны, уларҙың йәмәғәт фекерен формалаштырыуҙағы роле, был инструментты депутаттарҙың һайлаусылар менән аралашыу сараһы булараҡ файҙаланыуы хаҡында фекер алышыу булды.

Константин Толкачев билдәләп үтеүенсә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы һәр бер депутаттың тиерлек социаль селтәрҙәрҙә аккаунты бар.

Осрашыу барышында шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль власть органдарының йәмәғәтселек менән үҙ-ара эш итеү, пенсия, сүп-сар реформалары, республикалағы экологик хәл мәсьәләләре тикшерелде.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"