Константин Толкачев йәш ғалимдарға республика гранттарын тапшырҙы

08.02.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Башҡортостан Республикаһы гранттарына йәш ғалимдар араһындағы конкурста еңеүселәрҙе ҡотланы. Дипломдарҙы һәм гранттарҙы республика вуздарының һәм фәнни-тикшеренеү үҙәктәренең йәш хеҙмәткәрҙәре алды. Тантаналы сарала министрлыҡтар һәм ведомстволар, вуздар һәм институттар етәкселәре ҡатнашты.

Константин Толкачев Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе һәм сарала ҡатнашыусыларҙы Рәсәй фәне көнө менән ҡотланы. Парламент Рәйесе билдәләүенсә, лайыҡлы эштәр бик күп булғанлыҡтан, конкурс комиссияһы ағзаларына еңеүселәрҙе һайлап алыуы еңелдән булманы.

– Иң мөһиме, йәш ғалимдарҙың эштәре ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын. Был асыштарҙы предприятиелар һәм ойошмалар эшендә ҡулланылышҡа индерергә, иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтереү, кешеләрҙең йәшәү сифатын күтәреүгә йүнәлтергә кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Константин Толкачев.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"