2018 йылда Башҡортостан Республикаһы ҡануниәте торошо тураһында доклад башҡорт телендә баҫылды
14.06.2019
Баҫып сығарыу өсөн версия
2018 йылда Башҡортостан Республикаһы ҡануниәте торошо тураһындағы доклад башҡорт теленә тәржемә ителде һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәсми сайтына урынлаштырылды.
Докладтың тексын һеҙ http://www.gsrb.ru/bash/activity/Doklady/index.php һылтанмаһы буйынса таба алаһығыҙ.
Докладта Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың үткән йылға эшмәкәрлек йомғаҡтары тупланған. Унда парламенттың барлыҡ 8 комитетының үҙ йүнәлештәре буйынса эшмәкәрлеге генә түгел, шулай уҡ федераль ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса республиканың депутаттар корпусы эше хаҡында мәғлүмәт бирелгән. Докладта республика ҡануниәтен камиллаштырыу перспективалары, ағымдағы йылға депутаттар корпусының эш планы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә ҡуйылған бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыу юлдары сағылдырылған, бынан тыш парламент эшмәкәрлеге хаҡында статистик, мәғлүмәти-аналитик материалдар бирелгән.