Константин Толкачев Дәүләт Думаһы депутаты Сергей Боженов һәм Рәсәйҙең Фәндәр академияһы академигы Валерий Макаров менән осрашты

14.06.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Дәүләт Думаһы депутаты Сергей Боженов, Дәүләт Думаһының Мәғариф һәм фән буйынса комитетының эксперт советы рәйесе, Рәсәйҙең Фәндәр академияһы академигы Валерий Макаров һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов менән осрашты.

Осрашыу барышында мәғариф һәм фән өлкәһендәге ҡануниәттең үтәлеше, милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу барышы, Башҡортостан Республикаһының һәм күрше төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре күтәрелде.

Сергей Боженов һәм Валерий Макаров Өфөгә Дәүләт Думаһының Мәғариф һәм фән буйынса комитеты эксперт советының һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Президиумының берлектәге күсмә ултырышында ҡатнашыу өсөн килгән.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"