Башҡортостан делегацияһы Татарстандың Аҡтаныш районында Тимер һәм Илдархан Мутиндар һәйкәлдәренә сәскәләр һалды

17.06.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Татарстандың Аҡтаныш районында Тимер һәм Илдархан Мутиндар һәйкәлдәренә сәскәләр һалды.

Тимер Мутин – 1757 йылда прусс короле Фридрих II ғәскәрҙәренә ҡаршы көрәшкән башҡорт полкы командирҙарының береһе. Артабан ул императрица Елизавета Петровнаға башҡорт халҡының хоҡуҡтарын яҡлау хаҡында ғариза биреүсе башҡорт делегацияһын етәкләй. Илдархан Мутин – Башҡортостанға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, 1917 йылда Башҡорт үҙәк шуроһының алты ағзаһы составына инә һәм шунда уҡ Бәләкәй Ҡоролтай составына һайлана. 1919 йылдың мартында Башҡорт хөкүмәте менән Рәсәй араһында килешеүгә ҡул ҡуйылғандан һуң Илдархан Мутин хәрби комиссар булып эшләй.

– Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығында башҡорт автономияһына, хәҙерге Башҡортостандың сәйәсәтенә һәм иҡтисадына нигеҙ һалыусыларҙы иҫкә алыу икеләтә көнүҙәк, – тип комментарий бирҙе Константин Толкачев. – Илдархан Мутин һәм уның кеүек арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе йәш быуын белергә тейеш.

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"