Константин Толкачев Рәсәй субъекттарының закондар сығарыу органдары башлыҡтары медиарейтингында 5-се урында

18.06.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев “Медиалогия” мәғлүмәт-аналитика системаһының 2019 йылдың май айына ҡарата мәғлүмәттәре буйынса Рәсәй субъекттарының закондар сығарыу органдары башлыҡтары араһында 5-се позицияла.

“Медиалогия” мәғлүмәт-аналитика системаһы 2003 йылдан алып киң мәғлүмәт сараларына мониторинг һәм анализ өлкәһендә лидер булып тора. “Медиалогия” мәғлүмәт-аналитика системаһы 51 000-ләп сығанаҡты берләштерә. Унда телевидение, радио, газета-журналдар, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернеттағы киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре, шулай уҡ 800 млн тирәһе соцмедиа сығанаҡтары иҫәпкә алына.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"