Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Президиумы ултырышы үтте

18.06.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышы 28 июндә үтәсәк, Дәүләт Йыйылышы Президиумы ултырышында депутаттар ошондай ҡарар ҡабул итте.

– Дәүләт Йыйылышының сираттағы ултырышы яҙғы сессияла һуңғыһы буласаҡ, – тип комментарий бирҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Шуға күрә парламенттың ошо дәүерҙәге эшмәкәрлегенә йомғаҡтар яһау, көҙгә пландар билдәләү эше тора. Көҙгө сессияға Дәүләт Йыйылышының закондар сығарыу эшмәкәрлегенең яҡынса программаһы, закондарҙың үтәлешенә контролде ғәмәлгә ашырыу буйынса саралар планы раҫланасаҡ.

Пленар ултырыштың көн тәртибенә Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министрлығының «Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймалы һәм аҙыҡ-түлеге баҙарҙарын көйләү» дәүләт программаһын 2018 йылда тормошҡа ашырыу йомғаҡтары тураһындағы доклады ингән. Артабан ҡайһы бер суд участкаларының мировой судьялары вазифаларына кандидатуралар тикшереләсәк.

Ултырыштың көн тәртибенә шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына индереү буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың закон сығарыу башланғысы тураһындағы мәсьәләләр индерелде.

Тулыһынса ҡабул итеү өсөн Президиум ағзалары «Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 8-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында» Законы проектын индерҙе.

Көнүҙәк закон проекттары араһында бынан тыш «Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Башҡортостан Республикаһы Кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында балыҡсылыҡ һәм һыу биологик ресурстарын һаҡлап ҡалыу тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында Башҡортостан Республикаһы Кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында» БР закондары проекттары бар.

Буласаҡ пленар ултырыштың көн тәртибенә барлығы 60 мәсьәлә индерелгән. Уларҙың яртыһынан күбеһе республика закондары проекттары менән бәйле.

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"