Рөстәм Ишмөхәмәтов Бәләбәй районында Һабантуйҙа ҡатнашты

18.06.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов Башҡортостан Республикаһы Башлығы вәкиле булараҡ Бәләбәй районында Һабантуйҙа ҡатнашты.

Республика парламенты Рәйесе урынбаҫары Һабантуйҙа ҡатнашыусыларҙы яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы тамамлау менән ҡотланы, Бәләбәй районы эшселәренә намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе, уларға эштәрендә яҡшы күрһәткестәр, мул уңыш теләне. Ул шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙең иң алдынғыларына Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың наградаларын һәм Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы айҡанлы миҙалдар тапшырҙы.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"