Константин Толкачев “Онотолған исемдәр” күргәҙмәһен асыуҙа ҡатнашты

19.06.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Башҡортостан Республикаһының Милли музейында “Онотолған исемдәр” күргәҙмәһен асыуҙа ҡатнашты. Күргәҙмә илебеҙ тарихындағы аяныслы датаға – 22 июнгә, Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған.

– Экспозиция һуғыш ваҡытында пленға алынған һәм немец концлагерҙарында һәләк булған һалдаттарға бағышланған, – тип һөйләне Константин Толкачев. – Тарихи материалдарҙың бер өлөшөн беҙгә немецтар бирҙе. Был турала беҙҙең парламентыбыҙ делегацияһы тарафынан Германияға эш сәфәре барышында килешелгән ине.

Күргәҙмәне асыуҙа сығыш яһап, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, илебеҙҙә, республикабыҙҙа йәшәгән һәр бер кеше ауыр шарттарҙа Тыуған илебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап алып ҡалған ата-бабаларын, армия һәм флот ветерандарын, партизандарҙы, концлагерҙар тотҡондарын, тыл хеҙмәтсәндәрен онотмаҫҡа, улар иҫтәлеген хөрмәт итергә тейеш, тип билдәләне.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"