Константин Толкачев сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре етәкселәре менән осрашты

20.06.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре етәкселәре менән осрашты.

Сарала Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко, Башҡортостан Республикаһында сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре партия-ара советы рәйесе Валерий Аббасов, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вәкилдәре, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, 20-нән ашыу сәйәси партияның төбәк бүлексәләре етәкселәре ҡатнашты.

– Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә 61 сәйәси партия теркәлгән, уларҙың 47-һенең Башҡортостанда төбәк бүлексәһе бар, – тине Константин Толкачев, осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп. – Үкенескә ҡаршы, уларҙың күбеһе формаль рәүештә генә йәшәп килә. Беҙҙең бурыс – эшләргә теләгән һәм эшләй алған партияларҙы реабилитациялау. Һәр бер сәйәси партияның төп маҡсаты – илебеҙ халҡының мәнфәғәттәре хаҡында хәстәрлек күреү, кешеләрҙең йәшәү кимәлен күтәреү.

Константин Толкачев билдәләп үтеүенсә, алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа быға тиклемге саҡырылышҡа ҡарағанда партиялар һаны күберәк. Дәүләт Йыйылышының барлыҡ эксперт советтарында ла һайлауҙар һөҙөмтәһендә парламент составына инмәгән партияларҙың вәкилдәре бар.

Осрашыу барышында республика ҡануниәтен һәм федераль закондарҙы камиллаштырыу, был процесҡа парламентта вәкилдәре булмаған партияларҙы йәлеп итеү хаҡында һөйләшеү булды.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика парламенты эшмәкәрлеге, закондар сығарыу башланғыстарын алға әйҙәү, башҡа төбәктәрҙең һәм илдәрҙең закондар сығарыу органдары менән хеҙмәттәшлек итеү хаҡында һөйләне.

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"