Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ҡатнашты

24.06.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе Салауат Харасов, Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктур үҫеш буйынса комитеты ағзалары Денис Назаров һәм Антон Матренин, Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса комитеты ағзаһы Рөстәм Дәүләтов һәм башҡа парламентарийҙар ял көндәрендә Сибайҙа үткән Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ҡатнашты.

23 июндә депутаттар шулай уҡ Әбйәлил районында һабантуйҙа булды. Сара Урал аръяғы инвестиция форумы сиктәрендә ойошторолдо һәм республикаға килгән ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың традициялары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырҙы.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"