Константин Толкачев алкоголде һатыу өлкәһендә яңы сикләүҙәр ғәмәленең тәүге йомғаҡтарын яһаны

25.06.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев «Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү һәм әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү һәм алкоголле продукцияны ҡулланыуҙы (эсеүҙе) сикләү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының үтәлешенә тәүге йомғаҡтар яһаны.

– Һабантуйҙарҙың төп өлөшө үтте лә инде. Бындай көндәрҙә алкоголде һатыуҙы тыйыусы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан ҡабул ителгән закон байрамдарҙың күпләп үтеүенә ҡамасауламаны. Республикала йәшәүселәр яңы норманы ыңғай ҡабул итте. Шулай уҡ 27 июндә – Йәштәр көнөндә алкоголде һатыу буйынса яңы сикләүҙәр эшләйәсәк. Был байрам кәйефенә ҡамасаулыҡ итмәҫ, тип ышанам. Уңайҙан файҙаланып, республика йәштәрен киләһе байрам менән ҡотлайым, – тине Константин Толкачев.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"