Андрей Иванюта Североморск ҡалаһында Рәсәйҙең Хәрби-Диңгеҙ Флоты көнөнә арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашты

30.07.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Андрей Иванюта Мурманск өлкәһенең Североморск ҡалаһында Рәсәй Федерацияһының Хәрби-Диңгеҙ Флоты көнөнә арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашты.

Андрей Иванюта Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм республиканың депутаттар корпусы исеменән моряктарҙы тәбрикләне һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Байрам сараларында 30-ҙан ашыу карап һәм һыу аҫты кәмәһе, 3 000-ләп хәрби хеҙмәткәр ҡатнашты.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"