Дәүләт Йыйылышында торлаҡ төҙөлөшө өлкәһен хоҡуҡи яҡтан тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса парламент тыңлауҙары үтәсәк

31.07.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа торлаҡ төҙөлөшө өлкәһен хоҡуҡи йәһәттән тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса парламент тыңлауҙары үтәсәк.

– Йорт төҙөүсенән яңы торлаҡ алып, граждандар йыш ҡына төҙөлөш йәһәтенән эшләнеп еткерелмәгән эштәрҙе күрә, – тип комментарий бирҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Һөҙөмтәлә һатып алыусылар был эштәрҙе йә үҙ иҫәбенә эшләргә, йә үҙ хоҡуҡтарын судта яҡларға мәжбүр. Был хәл үҙ сиратында эшҡыуарлыҡтың тотош бер тармағын барлыҡҡа килтерҙе. Бөгөнгө көндә фатирҙағы етешһеҙлектәр өсөн йорт төҙөүсенән ҙур сумма аҡса судлашып алыуҙы вәғәҙәләгән тәҡдимдәр бик күп. Әгәр ҙә тәүҙә торлаҡ һатып алыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау проблемаһы торһа, хәҙер инде төҙөүселәрҙең мәнфәғәттәрен яҡлау кәрәклеге мәсьәләһе килеп тыуҙы, – ти Константин Толкачев. – Формаль етешһеҙлектәрҙе һәр бер фатирҙа табырға мөмкин. Нормаль практикала күҙалланыуынса, фатир етешһеҙлектәрен тапҡан осраҡта, һатып алыусы уларҙы төҙөүсегә күрһәтергә, ә төҙөүсе был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә тейеш. Ә инде ҡулланыусылар экстремизмы осраҡтарында проблеманы хәл итеү түгел, аҡса эшләп ҡалыу маҡсаты ҡуйыла.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, һөҙөмтәлә намыҫлы төҙөүселәр зыян күрә.

– Шуға күрә был проблеманы ҡануни йәһәттән хәл итеү ысулдарын билдәләр кәрәк. Беҙҙең бурыс – торлаҡ һатып алыусыларҙың һәм уны төҙөүселәрҙең мәнфәғәттәрен баланслы яҡлауҙы тәьмин итеү, – тип билдәләне Константин Толкачев.

Парламент тыңлауҙары Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда 7 августа үтәсәк. Сарала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары менән берлектә республиканың башҡарма власть органдары һәм урындағы үҙидара органдары, надзор, хоҡуҡ һаҡлау органдары, Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт ойошмалары, төҙөлөш компаниялары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"