Депутаттарға дәүләт наградалары тапшырылды

01.08.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров дәүләт власы органдары, һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш, иҡтисад, мәҙәниәт, матбуғат өлкәһе вәкилдәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Наградланыусылар араһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ла бар. Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет ағзаһы Наил Ғиззәтуллин – Салауат Юлаев ордены, Дәләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет ағзаһы Александр Работяев Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде.

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"