Константин Толкачев Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө уңайынан үткәрелгән митингыла ҡатнашты

02.08.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Рәсәй Федерацияһының Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө уңайынан үткәрелгән митингыла ҡатнашты. Сара Өфөнөң “Волна” скверында үтте.

Митингыла шулай уҡ Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов, “БЕРҘӘМ РӘСӘЙ” партияһы төбәк бүлексәһенең башҡарма комитеты Етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Әхмәҙинуров, Өфө ҡалаһы Ленин районы Хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Иван Иванов һәм Марат Казаргулов, десантсылар һәм һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары ҡатнашты.

Константин Толкачев десантсыларҙы байрам менән ҡотланы һәм, һауа-десант ғәскәрҙәре лайыҡлы рәүештә ҡораллы көстәр элитаһы тип иҫәпләнә, тип билдәләп үтте.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Башҡортостан десантсыларына һәйкәлгә сәскәләр һалыу церемонияһында ҡатнашты.

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"