Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Өфөлә хоспис төҙөү өсөн аҡса йыйыуға ҡушыласаҡтар

05.08.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Өфөлә хоспис төҙөү өсөн аҡса йыйыуға ҡушыласаҡтар. Парламент Рәйесе Константин Толкачев депутаттарҙы социаль йәһәттән әһәмиәтле был проектҡа хәленән килгәнсә ярҙам итергә саҡырҙы.

– Барлыҡ коллегаларымды республикабыҙҙың баш ҡалаһында хоспис төҙөүгә аҡса йыйыуға ҡушылырға саҡырам, – тине Константин Толкачев. – Беҙҙең һәр беребеҙ “Иман” хәйриә фондына үҙенең бер көнлөк эш хаҡын күсерә ала. Күпселек депутаттарыбыҙ, үҙҙәренең финанс хәленә һәм ойоштороу һәләтенә күрә, проектҡа тағы ла күберәк ярҙам күрһәтер, тип ышанам.

50 урынға иҫәпләнгән хосписте 2020 йылдың аҙағына төҙөп бөтөү планлаштырыла. Унда 30 урын – ололар, 20 урын балалар өсөн тәғәйенләнәсәк.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"