Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа торлаҡ төҙөлөшө өлкәһен хоҡуҡи йәһәттән тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса парламент тыңлауҙары үтәсәк

06.08.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда 7 августа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа торлаҡ төҙөлөшө өлкәһен хоҡуҡи йәһәттән тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса парламент тыңлауҙары үтәсәк. Сара 15.00-дә башланасаҡ.

Парламент тыңлауҙарында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары менән берлектә республиканың башҡарма власть органдары һәм урындағы үҙидара органдары, надзор, хоҡуҡ һаҡлау органдары, Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт ойошмалары, төҙөлөш компаниялары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Уның һөҙөмтәһендә торлаҡ һатып алыусыларҙың һәм уны төҙөүселәрҙең мәнфәғәттәрен баланслы яҡлауҙы ҡануниәт йәһәтенән тәьмин итеү буйынса рекомендациялар әҙерләнәсәк.

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"