Константин Толкачев эш сәфәре менән Яңауыл районында булды

07.08.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, “БЕРҘӘМ РӘСӘЙ” партияһының төбәк бүлексәһе Секретары Константин Толкачев эш сәфәре менән Яңауыл районында булды.

Эш сәфәре барышында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе подъездарҙы төҙөкләндереү, яңы “Италмас” микрорайонын һәм 60 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһын төҙөү барышы менән танышты.

Көндөң тәүге яртыһында парламент спикеры граждандарҙы ҡабул итте, район китапханаһында район активы менән осрашты. Осрашыу барышында районды социаль-иҡтисади үҫтереү, Партия проекттарын һәм программаларын ғәмәлгә ашырыу йомғаҡтары тикшерелде.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"