Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа торлаҡ төҙөлөшө өлкәһен хоҡуҡи йәһәттән тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса парламент тыңлауҙары үтте

08.08.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда 7 августа торлаҡ төҙөлөшө өлкәһен хоҡуҡи йәһәттән тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса парламент тыңлауҙары үтте.

Фекер алышыуға ҡулланыусылар экстремизмы темаһы сығарылды. Уның асылы ҡулланылышҡа тапшырылған торлаҡтағы фатирҙа табылған етешһеҙлектәр өсөн суд аша төҙөүселәрҙән ҙур суммала аҡса талап итеүгә ҡайтып ҡала. Был процесс юридик компанияларҙың әүҙем ҡатнашлығында башҡарыла, әлбиттә. Дәғүәләрҙең суммаһы, ҡағиҙә булараҡ, төҙөлөштөң етешһеҙлектәрен бөтөрөүгә кәрәк булған сумманан бер нисә тапҡырға күберәк.

Был проблема 29 июлдә “Төҙөлөш сәғәте” форматында үткән кәңәшмәлә төҙөлөш ойошмалары вәкилдәре тарафынан билдәләнгән ине. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров проблеманы ентекләп өйрәнергә ҡушты.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, киң даирә эксперттарын йәлеп итеп, парламент тыңлауҙарын үткәреү башланғысы менән сыҡты. Парламент тыңлауҙарында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары менән берлектә республиканың башҡарма власть органдары һәм урындағы үҙидара органдары, надзор, хоҡуҡ һаҡлау органдары, Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт ойошмалары, төҙөлөш компаниялары вәкилдәре ҡатнашты.

– Намыҫлы төҙөүселәр зыян күрмәһен өсөн был проблеманы ҡануни йәһәттән хәл итеү ысулдарын билдәләү мөһим. Беҙҙең бурыс – торлаҡ һатып алыусыларҙың һәм уны төҙөүселәрҙең мәнфәғәттәрен баланслы яҡлауҙы тәьмин итеү, – тип билдәләне Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.

Парламент тыңлауҙары һөҙөмтәһендә торлаҡ һатып алыусыларҙың һәм уны төҙөүселәрҙең мәнфәғәттәрен баланслы яҡлауҙы ҡануниәт йәһәтенән тәьмин итеү буйынса рекомендациялар әҙерләнәсәк.

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"