Константин Толкачев республика төҙөүселәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы

08.08.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын етеп килгән һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Ҡотлауҙа былай тиелә:

“Хөрмәтле төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Бары тик хеҙмәт һөйөүселәр генә был һөнәр эйәһе була ала. Иң яҡшы традицияларҙы һаҡлап, яңы технологияларҙы һәм алдынғы ҡараштарҙы ҡулланып, һеҙ беҙҙең граждандарыбыҙҙың тормошон –уңайлы, республикабыҙҙы матур һәм заманса итәһегеҙ.

Һеҙҙең ҡатнашлығығыҙ менән социаль инфраструктураны үҫтереү, сәнәғәт объекттарын булдырыу, иҡтисадты нығытыу кеүек мөһим социаль бурыстар хәл ителә.

Ысын күңелдән һеҙгә һәм һеҙҙең ғаиләләрегеҙгә һаулыҡ, именлек һәм барлыҡ изге башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйем!”


Исемлеккә кире ҡайтыу

"