Константин Толкачев Александр Бурдоны Башҡортостан Республикаһы буйынса Росгваридия идаралығы начальнигы вазифаһына тәғәйенләнеүе менән ҡотланы

09.08.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Александр Бурдоны Башҡортостан Республикаһы буйынса Росгваридия идаралығы начальнигы вазифаһына тәғәйенләнеүе менән ҡотланы.

Яңы етәксе менән Рәсәй Федерацияһы Милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенең Волга буйы округы командующийы генерал-полковник Александр Порядин таныштырҙы.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Александр Бурдоны республика етәкселеге исеменән тәбрикләне, уға яуаплы эшендә уңыштар теләне һәм республика халҡы мәнфәғәтенә Башҡортостан Республикаһы буйынса Росгваридия идаралығының дәүләт власы орагандары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүенә ышанысын белдерҙе.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"