Рөстәм Ишмөхәмәтов Ғафури районында граждандар ҡабул итте

09.09.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов эш сәфәре менән Ғафури районында булды. Ғафури районы Хакимиәте булышлығы Фәнзил Сыңғыҙов менән берлектә ул Красноусол ауылының 1-се урта мәктәбендә граждандарҙы ҡабул итте.

Депутат менән осрашыуға күбеһенсә ауыл мәғариф учреждениелары етәкселәре килде. Һүҙ биналарҙың торошо, уларҙың матди-техник тәьмин ителеше хаҡында барҙы.

– 300-ҙән ашыу бала йөрөгән “Сказка” балалар баҡсаһына капиталь төҙөкләндереү үткәреүҙе планлаштырабыҙ, – тине Рөстәм Ишмөхәмәтов Ғафури халҡы менән осрашыу һөҙөмтәләре буйынса. – Ике сменала эшләүсе 3-сө мәктәптең майҙаны төкөтмә эшләү иҫәбенә ҙураясаҡ. Шулай уҡ Красноусол ауылының 1-се мәктәбе һәм Йөҙимән ауылы мәктәбе өсөн компьютерҙар алыу планлаштырылған.

Мәғариф өлкәһендәге һорауҙарҙан тыш депутат менән осрашыуҙа торлаҡ-коммуналь комплексы проблемалары ла күтәрелде.

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"