Рөстәм Әхмәҙинуров һәм Фәрит Ғиндуллин Башҡортостан парламенты составына инәсәк

09.09.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика парламентына өҫтәмә һайлауҙар һөҙөмтәһенә ҡарата комментарий бирҙе.

– Барыһының да төп иғтибары Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙарға йүнәлтелһә лә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау шулай уҡ ҙур әһәмиәткә эйә, – тип комментарий бирҙе Константин Толкачев. – Һайлауҙар һөҙөмтәләре рәсми рәүештә һуңғараҡ баҫылып сығасаҡ, әммә бөгөнгә булған мәғлүмәттәр буйынса Рөстәм Әхмәҙинуровтың һәм Фәрит Ғиндуллиндың еңеү яулағаны әле үк билдәле. Ошо уңайҙан уларҙы ысын күңелдән ҡотлайым.

Һайланыусы ике депутат та парламент эшмәкәрлегендә һәм сәйәсәт өлкәһендә ҙур тәжрибәгә эйә, тип билдәләне Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе.

          – Улар икеһе лә үҙҙәренең яңы вазифаларында лайыҡлы хеҙмәт итер, закондар сығарыу эшмәкәрлегендә коллегаларына ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр менән сығыр, һайлаусыларының өмөттәрен аҡлар, тип ышанам, – тине Константин Толкачев.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"