Дәүләт Йыйылышында Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет ултырышы үтте

10.09.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Республика парламентында үткән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитеты ултырышында Комитет ағзалары бер үк исемле ике “Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” Законына үҙгәрештәр индереү тураһында” БР законы проектын тикшерҙе.

Уларҙың береһе – үҙағасты ҡабул итеү пункттары, эшкәртеү эшмәкәрлеге тәртибен көйләү буйынса вәкәләттәрҙе республиканың башҡарма власть органдарына тапшырыуға, икенсеһе республика Законын федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәр менән ярашлылыҡҡа килтереүгә бәйле ҡабул ителә.

 

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"