Римма Үтәшева балаларҙың йәйге ялы темаһы буйынса түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты

10.09.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Римма Үтәшева балаларҙың йәйге ялы темаһы буйынса түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты.

Сараның ойоштороусылары – РБК-Уфа медиахолдингы, Башҡортостан Республикаһының социаль өлкәһе инновациялар үҙәге, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты.

Сарала 2019 йылда балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға йомғаҡ яһалды, был өлкәлә дәүләткә ҡарамаған секторҙың хеҙмәттәрен үҫтереү, балалар һауыҡтырыу лагерҙарының эшмәкәрлеге нәтижәлеге, балалар ялының хәүефһеҙлеге, лагерҙарҙың инфраструктураһын, был йүнәлештә дәүләт-шәхси партнерлыҡты камиллаштырыу мәсьәләләре тикшерелде.

Римма Үтәшева ултырышта доклад менән сығыш яһаны. Ул балалар ялын ойоштороу буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә хоҡуғы булған ойошмаларҙың һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың реестрын булдырыу тураһында федераль закон проектын оператив ҡабул итеү кәрәклеген билдәләне. Был мәсьәлә әлеге ваҡытта Дәүләт Думаһында тикшерелә.

– Бындай реестрға тейешле тикшереүҙәрҙе үткәндән һуң ғына индереү тәҡдим ителә. Реестр менән Интернет селтәрендә танышып буласаҡ, тип күҙаллана. Был сара ата-әсәләргә баланы лагерға ебәрер алдынан фирманың ышаныслымы-түгелме икәнен асыҡлау мөмкинлеген бирәсәк, – тип комментарий бирҙе Римма Үтәшева.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"